Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Май 2022, 10:22

Умартасы инәй

Әбеш ауылынан Ғәлиә Ибраһимова гәзит-журналдарҙы ла күҙлекһеҙ уҡый

Умартасы инәй
Умартасы инәй

Бала саҡтары һәм йәшлектәре ауыр замандарға тура килеп, тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татыһалар ҙа, бирешмәй, лайыҡлы ғүмер юлы үткән оло быуын кешеләре һәр саҡ һоҡланыу уята. Шундайҙарҙың береһе – Әбеш ауылынан  тыл хеҙмәте ветераны Ғәлиә Ибраһимова тураһында булыр һүҙем. Беҙ барғанда Ғәлиә инәй намаҙ уҡый ине. Яулығын яҙып  ябынған, теремек кенә инәй ихлас ҡаршы алып, түргә саҡырҙы.

Ғәлиә Ҡолдәүләт ҡыҙы 1928 йылдың 1 ғинуарында  Вәзәм ауылында донъяға килә. Башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк уның үҫмер сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ҡара йәштән колхозда эшләй. “10-13 йәшлек балалар өлкәндәрҙең эшен башҡарҙыҡ. Ҡул менән бесән саптыҡ һәм башҡа эштәрҙә лә йөрөнөк”,- тип хәтерләй ул замандарҙы Ғәлиә инәй.

 Ижадҡа һәләтле Ғәлиә инәй үҙ  ваҡытында шиғыр, мөнәжәттәр яҙа, йырлай. Художестволы үҙешмәкәрлек смотр-конкурстарында, фестивалдәрҙә, төбәк-ара сәсәндәр, мөнәжәтселәр  бәйгеләрендә әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай. “Бала саҡ хәтирәләре” китабын да сығарған.

Мәҡәләм геройы олпат йәштә булыуға ҡарамаҫтан, һаман да ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, йыл һайын үҙенә һәм балаларына, яҡындарына етәрлек бал айыртып ала. Баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт тота. 92 йәшенә тиклем һыйыр малын да аҫраған ул.

Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 18-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: