Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
30 Апрель 2022, 09:14

Тоҙҙо ла һайлай белергә кәрәк

"Тоҙ һатып алғанда ҡаптағы  ошо маркировкаға иғтибар итегеҙ: ГОСТ Р 51575–2000", - тип аңлата табип.  

Тоҙҙо ла һайлай белергә кәрәк
Тоҙҙо ла һайлай белергә кәрәк

Беҙ йыш ҡына тоҙ  ҡабындағы “йодлаштырылған” тигән яҙыуҙы күреп, уны файҙалы тип ҡабул итәбеҙ. Баҡһаң, ҡапта тоҙҙоң сифатын  яҡшыраҡ билдәләүсе тағы бер яҙыу бар икән. Ғәҙәттә ул ваҡ хәрефтәр менән яҙыла, ҡайҙа ти уны уҡып тороу!  Рәсәй эндокринологтар ассоциацияһы ағзаһы, табип-эндокринолог Арсений Русанов ниндәй тоҙҙоң файҙалы булыуын  беҙгә аңлатмаҡсы.

 Табиптың әйтеүенсә, кеше организмында йод үҙенән-үҙе синтезланмай, уның запасы аҙыҡ һәм һыу менән инергә тейеш. Йодты тейешенсә кимәлдә ҡулланмау төрлө сирҙәргә юлыҡтырыуы ихтимал

–Ҡалҡан биҙе сирҙәре һинең ниндәй йәштә булыуыңа ҡарамай, теләгән ваҡытта ҡалҡып сыға, шул иҫәптән балаларҙа ла, – ти табип. – Ҡарындағы тыуасаҡ баланың  ҡалҡан биҙе өсөнсө аҙнала уҡ үҫешә башлай, тимәк, ошо мәлдән үк уның функцияларын контролләргә кәрәк. Өлкән кешегә тәүлегенә 150 микрограмм йод кәрәк. Бындай миҡдар йодлаштырылған биш грамм тоҙҙа бар. Был  бер балғалаҡ тоҙ тигән һүҙ.

–Тоҙ һатып алғанда ҡаптағы  ошо маркировкаға иғтибар итегеҙ: ГОСТ Р 51575–2000. Был тоҙҙо аш-һыу әҙерләгәндә, әҙер аҙыҡҡа өҫтәгәндә  ҡулланырға мөмкин, – тип аңлата табип.

Шул уҡ ваҡытта гипертония, йөрәк-ҡан тамырҙары, бөйөр патологияһы, һимеҙлек менән интеккән кешеләргә тоҙ менән мауыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Генетик тест ярҙамында тоҙ ҡулланғанда артериаль баҫымдың күтәрелеүенә  һәүәҫлекте билдәләп була. Бындай кешеләргә   өс-биш грамм самаһы тоҙҙо файҙаланыу мөмкин.

Фото:gazeta.ru

 

https://dimbuizary.ru/articles/common_material/2022-04-29/to-o-la-aylay-belerg-k-r-k-2789370

Автор:
Читайте нас: