Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
20 Апрель 2022, 14:44

ӨҪТӘЛ АҪТЫНДАҒЫ МӨХӘББӘТ...

...Ҡайны һәм ҡәйнә менән йәшәүҙең бер рәхәте, бер михнәте, тигән кеүек... Яңыраҡ өйләнешкән саҡ: ҡолас ташлап ирешеп булмаған кеүек, рәхәтләнеп ҡосаҡлашып ултырып та булмай бит инде. "Ана, атай инеп килә, ана әсәй сығып килә!" - тип тертелдәп йәшәп ятыла. Рәмистең йәшләй генә фермерлыҡ менән булышҡан сағы. Ваҡыты юҡ. Өйгә ҡайтып инмәй. Мин йөрөйөм көн буйы уны һағынып. Был хәл посев мәлендә булды.

ӨҪТӘЛ АҪТЫНДАҒЫ МӨХӘББӘТ...
ӨҪТӘЛ АҪТЫНДАҒЫ МӨХӘББӘТ...

Эшселәр етешмәй. На нервах постоянно, минең ҡайғы юҡ бит инде. Яҡшылап күрешеп тә булмай, күршкән хәлдә лә һөйләшеп тә булмай, баяғы ҡайны-ҡәйнәмдән бушап миңә килеп тә етмәй: майға, сәләркегә буталып ҡап-ҡара булып төндә ҡайтып инә лә, таңға тағы сәләрке артынан сығып та китә.

Шулай бер таңғы дүрттә торҙо ла иртәнге эшкә өлгөртөргә сәләрке артынан сығып сапты. Мин һыйыр һауҙым, малды ҡыуҙым, тамаҡ бешерҙем, уның араһында сыбырлап балалар уянды. Туғыҙ тирәһе булғайны баяғы ир ҡайтты. Бер тракторист табып алып ҡыуанып килеп инде. Буйға йәтеш, бер аяҡҡа сатанлай, төҫкә-башҡа шул бер эсеп йонсоп, шешмәкләнгән берәү инде. Рәмис : "Беҙгә ашарға ултырт!" - тине лә йыуына башланылар.

Өҫтәлгә булған һый - ниғмәтте теҙҙем дә самауыр төбөнә ҡунаҡланым. Унан тыш беҙҙең ишек алдындағы өйҙә лә ирҙәр йәшәй: көтөүсе, тимерсе, машинист, тракторист, комбайнист, тигән кеүек, кем генә юҡ инде. Ҙур-ҙур аҙымлап, эйәләнә-ҡарһалана эшселәр килеп инде. Баяғы яңы килгән кеше лә инеп ултырҙы, иң аҙаҡ Рәмис килеп минең ҡаршығараҡ, ситтән генә килеп урынлашты.

Шаптор-шоптор аш ашай башланылар. Үҙ - ара һөйләшәләр, гөрһөлдәтә көлөшәләр. Рәмис тә ҡабаланып ашап ултыра. Шул саҡ өҫтәл аҫтынан ғына аяғы м-н минең аяҡҡа баҫты. Мин һағынып ҡына йөрөгән кешегә етә ҡалды. Йөрәк кенәм леп-леп итеп ҡалды. Йылмая-йылмая сәй яһайым. Довольный ултырам. Аяғын алмай ипләп кенә баҫып - баҫып ҡуя.

Ҡараһына батып эштә йөрөһә лә мине уйлап йөрөй икән, тип мин уның һайын ҡыуанам. Киттем май ҡояшы кеүек балҡып. Ипләп кенә уға күҙ һалып алам, әммә был ҡалҡып та ҡарамай ашауын белә. "Һаман шул берәйһе һиҙеп, йә күреп ҡалмаһын тип ҡурҡып, оялып ҡарамай ҙа ултырған була," - тип шатланып, эстән генә яратып, сәй яһауымды дауам итәм.

Өҫтәл аҫтындағы теге аяҡтағы аяҡ "һүҙһеҙ генә һөйләшәләр". Ирҙәр ашап - туйып сыға башланылар. Бер заман Рәмис тә ырғып торҙо ла сығып бара. Ә баяғы аяҡ бит һаман минең аяҡҡа баҫып ултыра бирә. Йәшен тиҙлеге м-н ашъяулыҡты ҡалҡытып өҫтәл аҫтын ҡараһам, ҡот осто!!! Ун биш минуттан ашыу баяғы яңы килгән тракторист минең аяҡҡа баҫып ултырған 😖ҡалҡып ҡараһам, ещё тешһеҙ ауыҙы м-н йылмайып тороп, күҙ ҡыҫып ебәрҙе. "Әлә-ә-әй, Рәмис, әләй, ҡара әле," - тип сарылдай башланым. Теге тракторист ырғып килеп торҙо, китте ҡурҡышынан ҡалтырап. Баянан бирле довольный йылмайып тик ултырғас, әһә, был бисә ҡалай тиҙ генә ыңғайланы, тип ҡыуанып ней белмәй ултырған микән.

Уф, Аллам, тәнем эҫеле- һыуыҡлы булып киттем, ыңғайы илап ебәрҙем (миңә күп кәрәкме инде) Рәмис аптырап :"Нимә яу сыҡҡанмы әллә, ярар етәр," - тип көлдө лә :"Ғәфү һора кәләштән," - тип баяғы иргә ымланы. Уныһы ғәфү үтенеп, эшкә сығып та киттеләр. Ә мин үҙемде әрләп илай-илай тағы сәй яһап алып ултырып ҡалдым.

Тауыҡ төшөнә тары ингән булды был хәл....

Зөлфирә Таһирова.

https://tanburz.ru/articles/y-nsellek/2022-04-19/t-l-a-tynda-y-m-h-bb-t-2775887

Автор:
Читайте нас: