Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
18 Апрель 2022, 16:17

Яңғыҙ ҡайын ҡайғы килтерә

Беҙҙең бесәнлектә ҡайындар күп. Ғәҙәттә, кәбән һалғанда аҫтына ағас һалырға күнеккәнбеҙ. Ул йылды ла ғаиләбеҙ менән күмәкләшеп бесәнде тырматып-өйөп, кәбән һалырға булдыҡ. Көн кискә ауышҡас, эште тиҙләтергә булдыҡ.

Яңғыҙ ҡайын ҡайғы килтерә
Яңғыҙ ҡайын ҡайғы килтерә

Беҙҙең бесәнлектә ҡайындар күп. Ғәҙәттә, кәбән һалғанда аҫтына ағас һалырға күнеккәнбеҙ. Ул йылды ла ғаиләбеҙ менән күмәкләшеп, бесәнде тырматып-өйөп, кәбән һалырға булдыҡ. Көн кискә ауышҡас, эште тиҙләтергә булдыҡ. Ағайым ағас киҫергә китте, шул мәл әсәйем һөрәнләп, уның янына югерҙе. Бер-бер хәл булдымы икән тип, беҙ ҙә артынан киттек. Барһаҡ, әсәйем ағайымды тиргәй. Баҡтиһәң, яңғыҙ ултырған ҡайынды бысҡан икән.   

-Яңғыҙ ағасты киҫмәйҙәр, һиңә башҡа ағас бөткәнме һуң. Икәү, өсәү ултырғанын киҫер инең. Балам, яңғыҙ ағастарҙың ҡарғышы бик көслө була, - ти иларҙай булып.

Ағайым артыҡ иғтибар бирмәне, һеҙҙең ырымдарығыҙға ышанһаң, тип ҡул һелтәп китеп барҙы. Әләл осраҡлы хәл, әллә ысынлап та ағастың рәнйеше төштө, бер-нисә айҙан ағайым ҡапыл вафат булды. 30 йәшлек йәп-йәш, ҡарағастай һау ир ине. Хәтергә әсәйемдең һүҙҙәре иҫкә килеп төштө. “Яңғыҙ ағастарҙың ҡарғышы бик көслө була” – тигән ине бит. Йылдар үтһә лә, әсәйемде ул ваҡиғаны онотмай. Бесәнлеккә барған һайын, шул киҫелгән ағастың эргәһенә барып зар илай. Ошо ағасты киҫмәһә, улым тере ҡалыр ине, тип әрней. Кем белә инде, был ике ваҡиғаны үҙ-ара нисек бәйләргә, бәлки осраҡлы хәл генәлер?

Нәфисә Ғәйфуллина

Учалы районы

Автор:Алия Даутова.
https://yaikrb.com/news/9maya%20-%20Pobeda/2022-04-15/ya-y-ayyn-ay-y-kilter-2771332
Автор:
Читайте нас: