

Һәр өлгөлө ғаиләнең нигеҙе - тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам, һөйөү, тырышлыҡ һәм матур йәшәргә ынтылыш. Йәнтеш ауылында йәшәүсе Рәфҡәт һәм Земфира Ғиләжевтар тап ошондай сифаттарға эйә. Улар дәүләт ярҙамы алып ике ҡатлы, ҙур һәм иркен йорт һалып ингән. Барлыҡ заманса уңайлыҡтар булдырылған йорт әллә ҡайҙан балҡып, ауылға йәм өҫтәй. Хәйер Йәнтеш районда иң күркәм ауылдарҙың береһе булараҡ, тырыш ғаиләләре һәм береһенән-береһе матур йорттары менән дан тота. Кемдәрҙер тормош ауырлығына зарланып, аҡса юҡлыҡҡа һылтанһа, икенселәр матур йәшәргә ынтыла һәм быға барлыҡ көсөн һала. Ғилажевтар ҙа шундайҙар иҫәбендә. Бында ғаилә башлығы Рәфҡәттең дә, йорт хужабикәһе Земфираның да эшһөйәр, татыу һәм берҙәм булыуы ҙур роль уйнай.
-Былтыр февраль айында дәүләт ярҙамы алып, ике ҡатлы йорт төҙөп индек. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа 2012 йылда торғайныҡ, оҙаҡ ҡына көттөк. Шуға ҡарамаҫтан, ярҙам алыуға ҡыуанабыҙ, сөнки бөгөнгө заманда үҙ көсөң менән йорт төҙөү ауырға тура килә. Балалар үҫә уларға айырым бүлмәләр ҙә кәрәк. Шуға күрә ике ҡатлы итеп төҙөргә ҡарар иттек. Барлыҡ заманса уңайлыҡтар булдырҙыҡ. Йылы иҙән, һыу, ванна һәм башҡа уңайлыҡтар бар, - ти Земфира Ғиләжева.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 8-се һанында уҡығыҙ.