ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
18 Февраль 2022, 06:21

Кисәге хәрбиҙәр бөгөн дә сафта

-

Кисәге хәрбиҙәр бөгөн дә сафтаКисәге хәрбиҙәр бөгөн дә сафта
Кисәге хәрбиҙәр бөгөн дә сафта

Ҡасандыр һалдат булып, Ватаныбыҙ һағында торған, ә бөгөн иһә районда үҙҙәре хеҙмәт иткән ғәскәрҙәр ветерандарын берләштергән ойошмаларҙы етәкләгән әүҙем, илһөйәр, көслө рухлы ир-уҙамандарыбыҙ эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы һәм ватансылыҡ тойғоһо, йәштәрҙе патриотик йүнәлештә тәрбиәләү тураһында уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Нурғәле Мөхәмәдйәров, Башҡортостан Республикаһы буйынса Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө ветерандары союзының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе:

  • Беҙҙең ғәскәр 50 йылға яҡын (1945-1994 йылдар) илебеҙҙең ике сигендә интернациональ бурысын үтәне һәм Европала тыныслыҡты тәьмин итте. 1994 йыл 31 август иң һуңғы һалдат Германиянан сығарылды. 2013 йылда Хәйбулла районы буйынса Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө ветерандары ассоциацияһын булдырҙыҡ. Райондағы егеттәрҙе туплап, әүҙем генә эшләп алып киттек. Йәш быуынды патриотик тәрбиәләү йүнәлешендә саралар үткәрә башланыҡ. 2015 йылда республика статусын алдыҡ. Мәскәүҙәге ойошмаға ла ҡушылдыҡ. Улар беҙгә план ебәреп тора. Әлеге мәлдә был эште дауам итәбеҙ. Йыл һайын 9 июндә Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө ветераны көнөн билдәләйбеҙ. 1945 йылда Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып, бер ай үткәс, Германияла совет ғәскәрҙәре төркөмө булдырылған. Тәүге баш командующийы итеп Советтар Союзы маршалы Георгий Жуков тәғәйенләнә. Һуғыштан һуң ҡалған фронтовиктар унда тәүгеләрҙән булған.  Ярты быуат тирәһе дауамында Германияла совет ғәскәрҙәре төркөмөндә илебеҙҙән 8 миллион ярым кеше хеҙмәт иткән. Әйтергә кәрәк, райондан 3 мең тирәһе егет Германияла хеҙмәт юлын үткән. Үҙем иһә унда 1981-1983 йылдарҙа хеҙмәт иттем. Элек армияға бармаған егеттәргә кире ҡараш булды, илһөйәрлек рухы көслө ине. Шуға күрә йәше еткән һәр егет хеҙмәткә ынтылды. Бөгөн иһә  икенсе күренеш күҙәтелә. Армия, тәү сиратта, ул тормош мәктәбе. Үҙен ир-егет тип иҫәпләгән кеше был мәктәпте үтергә тейеш. Әрмелә хеҙмәт итеү – ул изге бурыс, сөнки бының менән һин тыуған илеңде, атай-әсәйеңде, яҡындарыңды һаҡлайһың. Әрменән егеттәр үҙгәреп, тормошҡа  ҡарашы үҙгәреп, ир ҡорона инеп ҡайта. Шуның өсөн йәш егеттәргә намыҫ менән лайыҡлы хеҙмәт итеүҙәрен теләйем. Кисәге һәм бөгөнгө һалдаттарҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым. Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын. Һалдаттар имен һау хеҙмәт итеп ҡайтһын, ветерандарға һаулыҡ теләйем.

Фаил Бикбов, Башҡортостан Республикаһы Диңгеҙ Йыйылышының Хәйбулла районы буйынса филиалы рәйесе:

  • Беҙҙең ойошма 2015 йылда республика буйынса 17-се филиал булып асылды. Башта хәрби-диңгеҙ флоты ғәскәре ветерандарының район ойошмаһы булдыҡ. Быйылдан республика Диңгеҙ Йыйылышына күстек, сөнки ул Рәсәйҙең бөтә ерендә танылған ойошма. Үҙебеҙҙең “Өфө” тигән һыу аҫты кәмәһе һәм “Башҡортостан” карабы бар. Беҙҙең хәрби-диңгеҙ флоты ғәскәре иң боронғоларҙан һанала һәм уның ойошторолоуына 325 йыл тулды. Әлеге мәлдә район буйынса был ғәскәрҙә хеҙмәт иткән 500-гә яҡын кеше иҫәпләнә. Араларында 70-80 йәште үткән өлкән ағайҙар бар. Арабыҙҙағы берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Владимир Соколов вафат булып ҡалды. Ветерандарыбыҙҙың юбилейҙары менән ҡотларға, ауыр мәлдәрендә ярҙам ҡулы һуҙырға ла онотмайбыҙ. Музейға, мәктәптәргә саҡырһалар барырға тырышабыҙ. Шулай уҡ Аҡъяр ауылының Еңеү паркында хәрби-диңгеҙ флоты ғәскәрендә хеҙмәт итеүселәр иҫтәлеген мәңгеләштергән һәйкәл астыҡ. Уны эшләүҙә беҙҙең егеттәр әүҙем ҡатнашты. 

Элекке замандарҙа хәрби-диңгеҙ флоты ғәскәре 4-5 йыл, беҙҙең осорҙа 3 йыл хеҙмәт иттек. Бәхетемә ҡаршы, ҙур атомлы ракета крейсерена эләктем. Хеҙмәт итеү йылдарында 17 диңгеҙҙе, 4 океанды үтергә тура килде. Әлбиттә, һәммәһе лә был ғәскәргә эләгә алмай, сөнки моряк физик яҡтан әҙерлекле, сыныҡҡан, сәләмәт, техник яҡтан белемле булырға тейеш. Илһөйәрлек ғаиләнән килә. Бында хеҙмәт итеүҙең мөһимлеген ата-әсәләрҙең аңлауынан тора. Бөгөн күптәр улын хеҙмәткә ебәрергә теләмәй. Бында тыуған илде кем һаҡларға тейеш тигән һорау тыуа. Минең фекеремсә, малайҙарҙы бәләкәйҙән патриот итеп тәрбиәләп үҫтереү мөһим. Йәше еткән һәр егет Ватаныбыҙ алдындағы изге бурысын үтәргә тейеш.

Бөтә хәрби-диңгеҙ флотында һәм башҡа ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүселәрҙе етеп килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым. Ватанды һаҡлау – ысын ир-егеттәрҙең бурысы. Ә ғаилә - беҙ һаҡларға тейеш тыуған илдең бәләкәй генә ярсығы. Ғаиләләрегеҙҙә һәр саҡ татыулыҡ, ырыҫ һәм оло хөрмәт булһын.

Ирғәле Байназаров, “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй ветерандары йәмәғәт ойошмаһының Хәйбулла районы бүлеге етәксеһе:

-2016 йылда “Хәрби туғанлыҡ” республика бүлексәһенә инеп, йәш быуынды патриотик тәрбиәләү, хәрби хәрәкәттәр ветерандарын реабилитациялау йүнәлешендә эшләй башланыҡ. “Хәрби туғанлыҡ” линияһы буйынса бөтә Рәсәй буйынса шифаханалар бихисап. Мәҫәлән, былтыр дүрт юллама бирелеп, уны ветерандар файҙаланды. Тағы ла беҙҙең ветерандарға республика госпиталдәрендә дауаланыу мөмкинлеге бар.  Шулай уҡ хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусы райондаштарыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса әүҙем эш алып барабыҙ. Төрлө саралар, ярыштар үткәрәбеҙ. Һәләк булыусыларҙың әсәйҙәрен иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ. Әсәйҙәр көнө, 8 март байрамында ҡотлайбыҙ. Беҙҙең бүлексәгә Чечня, Төньяҡ Кавказ, Афғанстан кеүек “ҡыҙыу нөктәлә” хеҙмәт иткән ветерандар инә. Һуңғы йылдарҙа Сириянан ҡайтҡан егеттәр ҙә ҡушыла башланы. Әлеге мәлдә беҙҙең бүлексәгә ғариза яҙып ҡушылыусылар һаны 60-ҡа яҡын кеше. Дөйөм алғанда районда хәрби бәрелештәр ветерандары 400-ләп самаһы.

Үҙем 1992-1993 йылдарҙа Үзбәкстан һәм Тажикстанда хеҙмәт иттем. Һуңынан  милицияла эшләгәндә 2000 йылдарҙа Чечняла хәрби командировкала булдым. Беҙҙең халыҡ элек-электән ҡаһарман, ҡыйыу булған. Башҡорт яугирҙары һәр ваҡытта ла юғары баһаланды. Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышынын ғына алып ҡараһаҡ та беҙҙең башҡорт полктары Парижға ингән. Шулай уҡ 112-се Башҡорт квалерия дивизияһы ла данлы яу юлы үтеп, Берлинға тиклем еткән. Беҙ ҡаһарман ата-бабаларыбыҙ менән ғорурланырға тейешбеҙ. Бөгөн йәштәр тарихты белмәй, ҡыҙыҡһынмай. Йәштәргә теләгем шул: хеҙмәттән ҡасмаһындар, сөнки армия ул сыныҡтыра. Ватаныбыҙҙы һаҡлаусылар көнө менән тәбрикләйем. Һәр ғаиләлә именлек булһын.

Денис Юлдашбаев, Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарының район ойошмаһы рәйесе:

  • Ойошманы етәкләүемә икенсе йыл. Ул 127 десантсыны берләштерә. Арабыҙҙа иң оло десантсы - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иҙрис Түләшев. Ул барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора. Йыл һайын 2 августа һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн киң билдәләү, беҙҙең традицияға әйләнгән. Әммә һуңғы ике йылда илебеҙҙәге эпидемиологик хәл-торошҡа бәйле ул сикләүҙәр менән үткәрелде. Беҙҙең ойошманың эшмәкәрлеге осрашыуҙар менән генә сикләнеп ҡалмай. Төрлө шәфҡәтлелек акцияларында ла әүҙем ҡатнашырға тырышабыҙ. Мохтаж ғаиләләргә мәктәп йыйынырға ярҙам итәбеҙ, балаларҙы яңы йыл күстәнәстәре менән ҡыуандырабыҙ. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ветеран-десантсыларҙы, шулай уҡ юбилярҙарҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ. Шулай уҡ йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү эшендә лә ҡатнашабыҙ. Тағы ла йыл һайын автоуҙыштар  ойошторабыҙ, Бөйөк Еңеү көнөнә арналған парадтан да ситтә ҡалмайбыҙ. Үҙ инициативабыҙ менән Һауа-десант ғәскәрҙәренең 90 йыллығы айҡанлы һәйкәл астыҡ. Был эштәрҙең барыһы ла беҙҙең десантсы егеттәрҙең берҙәмлеге, шулай уҡ район хакимиәте башлығының булышлығы һөҙөмтәһе.

Шәхсән үҙемә килгәндә юғары белем алғас, 2012-2013 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта Хабаровск крайында хеҙмәт иттем. 12 тапҡыр парашюттан ырғыным. Әйткәндәй, атайым да десантсы. Шуға күрә был ғәскәр хаҡында бала саҡтан ишетеп үҫтем һәм десантсылар рәтенә  эләгеүемә физик яҡтан әҙерлегем булышлыҡ иткәндер тип иҫәпләйем.

Хәҙерге ваҡытта әрме йәшендәге егеттәрҙең күбеһе хеҙмәткә әҙер түгел, армияға барырға ынтылыштары юҡ. Теләгем шул: үҫмер саҡтан уҡ үҙҙәрен физик яҡтан әҙерләһендәр. Был иһә армияла ярҙам итә.

Яҡынлашып килгән  Ватанды һаҡлаусылар көнө менән барлыҡ ир-егеттәрҙе ҡотлайым, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем.

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас