

Кемдәрҙер сит яҡтарҙа үҙ бәхетен эҙләһә, ә Йәнтеш ауылында йәшәүсе Ғәлим һәм Нәргизә Ултраҡовтар тыуған ауылдарында төпләнеп, гөрләтеп донъя көтә. Йәш ғаиләлә өс ул – Бәхтийәр, Батырша, Байназар үҫә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, улдарының өсәүһенә лә матур саф башҡорт исемдәрен ҡушыуҙары маҡтауға лайыҡ. Ғаиләлә балаларҙың башҡортса һөйләшеүҙәре лә Ултраҡовтарҙың туған телгә битараф булмауҙары тураһында һөйләй.
-Улдарыбыҙ менән атайҙары ла, үҙемдә башҡортса һөйләшәм. Өлкән улыбыҙ Бәхтийәр “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында ҡатнашты. Ҡөрьән уҡыу бәйгеһендә 1-се урын алды. Балаларыбыҙҙың иманлы, тәүфиҡлы, кешелекле булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ, - ти Нәргизә Фәрит ҡыҙы. Әйткәндәй, Нәргизә үҙе дин юлында биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай, йыл да ураҙа тота. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, төплө фекер йөрөткән мәҡәләм геройына һоҡланмау мөмкин түгел.
Ғәлим менән Нәргизә икеһе лә Йәнтештеке. Уларҙың ғаилә усағы 2014 йылда барлыҡҡа килә. Йәш ғаиләнең мөхәббәт тарихы мәктәп йылдарына барып тоташа. Өйләнешкәнгә тиклем был матур пар 8 йыл дуҫлашып йөрөй. Йәштәрҙең бер-береһен оҡшатып, осраша башлаған мәлендә Ғәлим 11-се, ә Нәргизә 9-сы класта уҡый. Шулай ярала ла инде Ултраҡовтарҙың һөйөүгә тулы ғаиләһе.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 6-сы һанында уҡығыҙ.