Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
4 Февраль 2022, 10:24

“Йәшмен бит әле”, - тип йылмая 95 йәшен билдәләгән Гөлйыһан Ғәбитова

-

“Йәшмен бит әле”, - тип йылмая 95 йәшен билдәләгән  Гөлйыһан Ғәбитова
“Йәшмен бит әле”, - тип йылмая 95 йәшен билдәләгән Гөлйыһан Ғәбитова

“Әйҙүк, ҡыҙым, өйгә үт, хәҙер сәй ҡуям, килеп яҡшы иттең әле”, - тип Гөлйыһан инәй ихлас ҡаршы алды. Олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яңғыҙы донъя көткән мәҡәләм геройына бер ҙә 95 йәш бирерлек түгел. Теремек, зиһене яҡшы, салт һәм етеҙ.

Тыл хеҙмәте ветераны Гөлйыһан Миңлеғәле ҡыҙы 1927 йылдың 7 ғинуарында Йылайыр районы Суйынсы-Супан ауылында ишле ғаиләлә донъяға килгән. Башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк ҡара йәштән колхозда эшләгән, һал ағыҙыуҙа йөрөгән. Ауыр йылдар булғанға күрә, 4 класс ҡына белем алыу мөмкинлеге тейә. Һуҡырайған атаһын ҡарай, бер туғандарына терәк-таяныс була. Ашнаҡсы һөнәрен үҙләштереү теләге менән Аҡъярға килә һәм бында яҙмышын осратып, Фәтхулла Ҡунаҡасов менән ғаилә ҡороп, Хәйбуллала төпләнә. Төрлө урындарҙа эшләй, һуңғы бер нисә тиҫтә йыл көнкүреш йортонда намыҫлы хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыға.

 

Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 5-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: