

Бөгөн район үҙәгенең мәҙәниәт һәм ял паркында "Ғаилә" үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан Ғаилә менән ял программаһы сиктәрендә "Ҡар бабай фестивале" сараһы ойошторолдо. Унда балалар ата-әсәйҙәре һәм өләсәй-ҡартәсәйҙәре менән бергә килгәйне. Балалар төрлө ҡыҙыҡлы конкурстарҙа, уйындарҙа ҡатнашып татлы приздар алып ҡыуанды. Шулай уҡ улар шыршы тирәләй әйлән-бәйләндә ҡатнашты, бейене һәм ҡышҡы каникулдың сираттағы бер көнөн файҙалы үткәрҙе. Был саранан һәр кем ыңғай кәйеф алды.