

Оҫтабикәләр ябай ғына әйберҙәрҙән дә күҙҙең яуын алырлыҡ матурлыҡ булдырырға һәләтле. Аҡъяр ауылынан Мөслимә Бохарбаева ла таҫмаларҙан матур картиналар эшләй. Ҡул эшенең бар төрөн дә үҙләштергән мәҡәләм геройы элегерәк ултырғыс ябыуҙары, салфеткалар бәйләй, сәйлән менән сәскә гөлләмәләре эшләй. Һуңғы йылдарҙа таҫмаларҙан картина эшләүгә тотона. Яратҡан шөғөлө менән ул башҡалар менән дә ихлас уртаҡлаша. Оҫтабикә үҙенең ҡул эштәре менән район кимәлендә уҙған сараларҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Башлаған эшенең тиҙерәк осона сығырға тырышып, йоҡо менән иҫәпләшмәгән саҡтары ла йыш була икән Мөслимә апайҙың.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 101-се һанында уҡығыҙ.