

“Теле барҙың – иле бар”. “Телен ҡәҙерләгән халыҡ – хөрмәтле, абруйлы халыҡ”, тиҙәр. Әммә һуңғы ваҡытта йәмғиәтебеҙҙә туған телен белмәүселәр йәки башҡорт телендә иркен аралаша алмаусылар, хатта төпкөл башҡорт ауылдарында йәшәүсе ҡайһы бер ғаиләләрҙә лә балаларҙың теле русса асылыу күренештәре йышайҙы. Башҡорт теле көнө уңайынан бер нисә замандашыбыҙға “Өйҙә башҡортса һөйләшәһегеҙме?” “Балаларығыҙ үҙ туған телен беләме?” - тигән һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.
Миңзәлә Һөйөндөкова:
- Өйҙә башҡортса һөйләшәбеҙ һәм балаларыбыҙ туған телдәрендә иркен аралашалар. Дәүләт телдәренең икеһен дә яҡшы беләләр. Атайҙары ла, үҙем дә балаларыбыҙҙың өйҙә тик башҡортса һөйләшеүҙәрен талап итәбеҙ. Ғаиләнән ситтә иһә туған телен белмәгән тиҫтерҙәре менән русса аралашырға мәжбүрҙәр. Был бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙе, зыялыларҙы борсоған киҫкен мәсьәлә инде. Нәҡ ғаиләлә туған телгә һәм мәҙәниәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләнә,тип уйлайым. Өйҙә туған телдә һөйләшеү, туған телдә телетапшырыуҙар ҡарау, китап, гәзит һәм журналдар уҡыу, ғаилә менән концерт һәм спектаклдәргә йөрөү мөһим. Ул балаларға туған телде өйрәнергә ярҙам итә.
Дилә Фазылова:
- Өйҙә башҡортса һөйләшәбеҙ, балаларға ла өйрәтәбеҙ, улар башҡортса аңлай, тик йәштәр күп ваҡытта русса һөйләшәләр, телевизор ҡарау, интернетта ултырыу уларға ныҡ йоғонто яһай. Туған телдәрен белһендәр, онотмаһындар тип мин ике улымды ла башҡорт класына бирҙем, башҡортса шиғырҙар, йырҙар ятлайҙар, китаптар уҡыйҙар, тик дуҫтары менән, үҙ-ара русса аралашалар.
Рәүилә Юлгилдина:
- Республиканан ситтә йәшәһәк тә туған телебеҙҙе онотмайбыҙ, өйҙә башҡортса hөйләшергә тырышабыҙ. Әлбиттә, ғаиләнән ситтә күбеһенсә русса аралашыу йоғонто яһамай ҡалмай. Шуға күрә балаларға анламаған hүҙҙәрҙе аңлатам. Улар башҡортса асыҡ, таҙа итеп һөйләшмәһәләр ҙә туған телде аңлайҙар.
Алһыу Кәипова:
-Өйҙә башҡортса һөйләшһәк тә бәләкәй ҡыҙыбыҙ менән үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән русса һөйләшеп ала ла китәбеҙ. Ҡайһы берҙә ҡабаланғанда ул тиҙерәк аңлаһын өсөн русса өндәшергә тура килә. Башҡортса әйт, һин урыҫ балаһымы әллә, тип ҡаты ғына өндәшһәм, башҡортса һөйләшә. Бына ейәндәрем иһә өйҙә ултырып русса һөйләшәләр. Миңә өләсәй уҡы, тип китап алып килеп бирәләр ҙә башҡортсаға әйләндереп уҡый башлаһам, нет, нам как мама читай, тиҙәр. Ҡыҙыма ла балаларығыҙҙы башҡортса өйрәтегеҙ, тип әйтәм. Юғиһә киләсәктә мәрйә килен алып ҡайтырҙар, тип ҡурҡытам. Бер-ике башҡортса һүҙ беләләр һәм миңә башҡортса яуап бирергә тырышалар. Ата-әсәһе беҙгә йышыраҡ ҡалдыра башлаһалар, башҡортса ныҡлап өйрәтермен әле, тип, үҙ сәғәтемде көтөп йөрөйөм.
Рәмзиә Ғәйнуллина:
- Беҙ балалар менән өйҙә башҡортса һөйләшәбеҙ. Ҡалала йәшәһәк тә балаларыбыҙға бәләкәйҙән туған телдәрен өйрәтергә тырыштыҡ һәм уларҙың теле башҡортса асылды. Әлеге мәлдә бөтәһе лә туған телдә иркен аралашалар. Әлбиттә, йәмғиәт йоғонто яһамай ҡалмай. Балалар баҡсаһында һәм мәктәптә рус телле балалар менән аралашып, өйгә ҡайтҡас та һөйләшеүҙе русса дауам итһәләр, мин уларға иғтибар итмәйем, ишетмәмешкә һалышам йәки ҡәтғи иҫкәртәм. Атайҙары ла өйҙә русса һөйләшеүҙе хупламай. Балаларыбыҙ үҙ туған телендә вата-емерә түгел, ә таҙа итеп һөйләшергә тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Сөнки үҙ телеңде белмәйенсә, башҡа телдәрҙе камил белеү мөмкин түгел. “Телгә һөйөү ғаиләнән башлана” тигән фекер менән тулыһынса килешәм. Ысынлап та, әгәр атай-әсәйҙәр ғаиләлә баланың телмәренә иғтибар итмәй, үҙҙәре лә ҡушылып рус телендә һөйләшһәләр, телде юғалтып ҡуйыуыбыҙ ҙа ихтимал. Шуға һәр ата-әсә балаһына туған телде өйрәтеүҙе үҙ бурысы итеп ҡараһын ине. “Әгәр баланы бәләкәйҙән үк туған теленә ихтирамлы итеп тәрбиәләһәң, ул белемгә ынтылыусан, телгә зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә, телмәре лә үҫешкән була. Туған телендә яҡшы һөйләшә белгәндә генә, бала үҙ фекерен асыҡ, аныҡ һәм дөрөҫ итеп әйтеп бирә ала”,- тигән матур фекер ишеткәнем бар. Был ысынлап та шулайҙыр ул. Ни тиклем күп тел белһәң, шул тиклем яҡшыраҡтыр тип уйлайым.