

2022 йылдың беренсе ярты йыллығына район гәзитенә яҙылыусылар араһында үткәрелгән дөйөм отош уйынында сираттағы еңеүселәр билдәләнде. Үҙ бәхетен һанарға тип квитанцияларын теркәткән даланлы гәзит уҡыусыларыбыҙ Аҡъяр ауылынан Варис Миңлешев (асҡыстар өсөн элгес), Ивановканан Рәсилә Ҡаҙнабаева (кейем үтекләгес), Мәмбәттән Сафия Уйылданова (сәғәт), Беренсе Мырҙа ауылынан Вәкил Сабитов (өҫтәлде сервировкалау өсөн вазалар) бүләк отто.