

“Ишекте бикләнемме икән? “ “Был кешене ҡайҙа күрҙем әле?” “Үтекте һүндерергә оноттом шикелле...” Бындай шикләнеүҙәр йыш ҡына кешене борсоуға һала. Ваҡыт үтеү менән күптәрҙең хәтере тарҡала. Иғтибарҙы арттырыу, хәтерҙе нығытыу, мейе эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн аҡыл күнегеүҙәре бик кәрәк, тип иҫәпләй табиптар.
Нейробика тип аталған аҡыл күнегеүҙәре беҙгә ярҙамға килә. Ул иғтибарҙы туплау һәләтен арттыра, хәтерҙе яҡшырта һәм кәйефте күтәрә. Ҡайһы ваҡыт ниндәйҙер еҫте һиҙеп тә, башыбыҙҙа ирекһеҙҙән ниндәйҙер бала саҡ хәтирәләре уяна. Әгәр баш мейеһе тиҫтәләгән йылдар элек булған хәлде иҫендә тота икән, бер нисә көн йәки бер нисә сәғәт элек булған ваҡиғаны хәтерләү өсөн бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ булыуы мөмкин түгел. Бының өсөн мейене эшләтергә, күнектерергә, биш һиҙеү органы ярҙамында уны камиллаштырырға кәрәк, ти белгестәр.
Миҫалға баҡсала бешкән һутлы еләкте алайыҡ. Уға ҡарап мейенең бары күреү һәләтен генә эшкә ҡушабыҙ. Әгәр еләкте тотоп ҡараһаң, еҫкәһәң, тәмләһәң, баш мейеһе уның бөтә үҙенсәлектәрен иҫендә ҡалдырасаҡ. Нейробика күнегеүҙәре беҙҙең ғәҙәттәге тормош тәртибен боҙоуҙы аңлата. Көн һайын эштәрҙе автомат режимында башҡарғанда баш мейеһе йоҡомһораған кеүек була. Ул һәр ғәмәлде иҫендә ҡалдырырға тырышмай. Әгәр яйға һалынған тәртипте боҙаһығыҙ икән, уға көсөргәнеш һалырға, эшмәкәрлеген көсәйтергә тура киләсәк.
Мейе эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн түбәндәге күнегеүҙәрҙе башҡарып ҡарағыҙ: душта йыуынғандан һуң күҙҙәрегеҙҙе йомған килеш кейенегеҙ; иртән төрлө тәмләткестәрҙе тәмләп ҡарағыҙ; эштән ҡайтҡанда юл маршрутын үҙгәртегеҙ; айына бер тапҡыр булһа ла яңы ризыҡ бешерегеҙ; таныш булмаған телдә тапшырыу тыңлағыҙ; шиғыр ятлағыҙ һәм башҡалар. Баш мейеһен һәр саҡ аптырашта ҡалдырырға, нығынған ҡалыптарҙы боҙорға, яңы күнегеүҙәр уйлап табырға тырышығыҙ!
Фото:abc-import.ru