

Декабристы тура ҡояш нурҙары аҫтында тотмағыҙ, ул күләгәлерәк урынды ярата.
Марттан башлап асыҡ һауала балконда торһа яҡшыраҡ. Көҙ башында уға 15 градуслы һауа килешә. Шул саҡта ул сәскәгә бөрөләнә. Унан һуң ноябрҙән башлап йылыраҡ урынға күсерегеҙ һәм гөл шаулап сәскә ата башлар.
Декабрист дымлы һауаны ярата, уны йылытҡыс приборларҙары янына яөын ҡуймағыҙ. Даими рәүештә душта ҡойондороп алығыҙ.
Был гөлгә фильтр аша үткәрелгән йәки ҡар һыуы һибеү яҡшыраҡ. Ҡышҡыһын һыуҙы һирәк һибәләр. Кактустар өсөн булған ашламалар файҙаланығыҙ.
Яҡтылыҡ дөрөҫ булмаһа, һыу һибеү тәртибе боҙолһа һәм үтәләй елдә торһа, яҡында йылытҡыс приборҙар булһа, декабрист сәскә атыуҙан туҡтай.
https://dimbuizary.ru/articles/common_material/2021-11-19/dekabris-y-y-s-sk-attymy-le-2590090