ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
18 Ноябрь 2021, 14:27

"Цезарь" салаты

1 баш пекин кәбеҫтәһен турайбыҙ, 100 гр голланд сырын ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, 100-150 гр ыҫланған тауыҡ түшкәһен шаҡмаҡлап турайбыҙ. 4-5 дана бәләкәйерәк помидорҙы 4-кә бүлеп һалабыҙ.

"Цезарь" салаты"Цезарь" салаты
"Цезарь" салаты
Әҙ генә һарымһаҡ ҡырып, майонез менән болғатабыҙ. Ҡаласты турап, плита өҫтөндә генә киптереп, алһыуландырып алабыҙ. Табынға бирер алдынан ғына уны салат өҫтөнә һалабыҙ.
Иҫкәрмә: магазин ҡаймағына 1 бәләкәй телем һарымһаҡты ҡырғыстан ҡырып ҡушһаң, шуға йәшел укроп турап ебәрһәң әҙер соус барлыҡҡа килә. Дөрөҫ тукланыу сараһы булараҡ, майонезды ошо соусҡа алыштырырға мөмкин. Былай эшләгәндә, файҙаһы күберәк буласаҡ.
 
https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-1/2021-11-18/tsezar-salaty-2587618
Автор:
Читайте нас