Дейл Карнеги кәңәштәре
- Бәхет тапҡығыҙ килһә, кемдәндер рәхмәт көтмәгеҙ. Үҙегеҙгә шатлыҡ, ҡәнәғәтлек килтергән эш менән булығыҙ.
- Дошмандарығыҙ менән булышмағыҙ, уларға зыян килтерәм тип, үҙегеҙгә зыян эшләрһегеҙ.
- Генерал Эйзенхауэр кеүек булығыҙ: үҙегеҙгә оҡшамаған кешене бер минут та уйламағыҙ.
- Тәнҡитләмәгеҙ, кемделер насарламағыҙ, ғәйепләмәгеҙ.
- Әңгәмәсегеҙ хаҡлы булмауы ла ихтимал. Әммә ул улай уйламай. Ғәйепләмәгеҙ.
- Икенсе кешене аңлар өсөн уның позицияһына баҫырға өйрәнегеҙ. Быны эшләй алғандар һәр кем менән уртаҡ тел табыр.
- Әгәр кеше һеҙҙе үҙ маҡсатында ҡулланырға теләй икән, ул кешене дуҫтар исемлегенән алырға ла мөмкин.
- Әгәр яҙмышың һиңә лимон тотторһа, унан лимонад яһа.
- Һәр саҡ нимә менәндер мәшғүл булығыҙ. Был донъялағы иң арзан, әммә эффектив дарыу.
- Үҙегеҙҙе бәхетле итеп хис итегеҙ һәм ысын бәхетле булырһығыҙ!
Автор:Резеда Валиева.
https://ataisal.com/articles/feker/2021-11-08/un-k-sh-2574425