ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
8 Ноябрь 2021, 15:09

Барыһы ла алма тураһында

Был емеш хаҡында ҡыҙыҡлы факттар.  

Барыһы ла алма тураһындаБарыһы ла алма тураһында
Барыһы ла алма тураһында

* Алма бер нисә грамдан ике килоға тиклем ауырлыҡта була ала, йәғни  уны күләм йәһәтенән сейә менән дә, ҡауын менән дә сағыштырып була.

* Көнөнә ике алма ашау ҡан тамырҙары системаһын холестерин күҙәнәктәренән 10-25 процентҡа таҙарта ала. Шуға күрә дөрөҫ туҡланыуҙан ситләшкән, ҡанда холестерин кимәлен арттырған аҙыҡ-түлек яратҡан кешеләргә алманы йышыраҡ ашарға кәңәш итәләр.

* Алма организмды яман шеш күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүҙән, уларҙың артыуынан һаҡлау сифатына ла эйә.

* Алма һуты нервыларҙы тынысландыра, шуға күрә уны төрлө көсөргәнеш кисергәндә эсергә тәҡдим итәләр.

* Алма күҙәнәклеккә (клетчатка) һәм пектинға бай, әгәр көн һайын алма ашауға ғәҙәтләнһәгеҙ, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына бәйле проблема булмаясаҡ.

* Алма организмдағы майҙарҙы кәметеүгә һәләтле, шуға күрә уны ябығырға, тән ауырлығын нормала тоторға теләгәндәр мотлаҡ ашарға тейеш.

* Алма һыуһынды ҡандыра, аппетитты баҫа. Диетологтар: “Ашағың килһә – алма аша”, – ти.

* Алманы һыуытҡыста һаҡларға ярамай, бүлмә температураһында тотоғоҙ. Был айырыуса әскелтем сортлы алмаға ҡағыла. Ундай алма бүлмә температураһында бер нисә көн эсендә тәмләнеп китәсәк.

Фото: kto-chto-gde.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова.
 
https://dairagazite.ru/articles/common_material/2021-11-08/bary-y-la-alma-tura-ynda-2575099
Автор:
Читайте нас