

1.Гормондарҙы активлаштыра.
Гранат төштәрендә булған майҙар организмда гормональ балансты тергеҙә. Шуға күрә уларҙы баш ауыртҡанда һәм айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарға ашарға кәңәш ителә.
2.Табиғи инсулин.
Анар емеше – диабет менән ауырыусыларға ярай ғына түгел, хатта кәрәк булған татлы ризыҡтарҙың береһе. Ашар алдынан көнөнә дүрт тапҡыр берәр балғалаҡ йотоп ҡуйылған гранат һуты ҡандағы шәкәр миҡдарын ярайһы уҡ кәметә.
3. Гемоглобинды күтәрә.
Гранат элек-электән аҙҡанлылыҡ менән көрәшеү сараһы булараҡ билдәле. Анемия менән интегеүселәргә 2 ай дауамында һыу менән ҡушылған гранат һутын (ашар алдынан 30 минут ҡала) көнөнә 3 тапҡыр яртышар стакан эсеү ҙә ярҙам итә.
4. Ауыҙ һәм тамаҡты дезинфициялай.
Ангина, фарингит һәм шулай уҡ стоматит булғанда да тамаҡты һәм ауыҙ эсен гранат ҡабығы ҡайнатылған һыу йәки гранат һугы менән сайҡатыу файҙалы. Дуплау матдәләре (дубильные вещества) ауыртыуҙы баҫа, ә органик кислоталар инфекцияны юҡ итә.
5. Ҡан баҫымын төшөрә.
Гранат төштәре – гипертониктар өсөн ысын табыш, сөнки улар организмға ауырлыҡ килтермәй генә артериаль ҡан баҫымын бик йомшаҡ төшөрә. Ә гранат емешенең киптерелеп сәйгә ҡушылған элпәләре нерв системаһын тынысландырырга, төнгө йоҡоно яйға һалырга ярҙам итә.
Әҙ генә ҡыҙҙырып төйөлгән һәм һыйыр майы йәки зәйтүн майы ҡушылған гранат ҡабығы – бит тиреһе майлы, бетсәле булғандарға бик шәп сара. Ә киптерелгән гранат ҡабығынан яһалған порошок менән бешкән, ярылған һәм һыҙҙырылған урындарҙы дауалау һөҙөмтәле.
Гранат ҡабығы ҡайнатмаһы төрлө ялҡынһыныуҙар (воспаление) ваҡытында бик файҙалы (бөйөр, бауыр, ҡолаҡ һәм күҙ, быуындар, гинекологик органдар). Уны әҙерләү өсөн, ваҡланған 2 сәй ҡалағы ҡабыҡты 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, һыу мунсаһында (водяная баня) 30 минут кайнатырға, артабан һөҙөп алырға һәм ҡайнаған һыу ҡушырға. Бындай ҡайнатманы ашарға ярты сәғәт ҡала 50 грамлап көнөнә 2-3 тапҡыр эсергә кәрәк.
8. Радиацияны сығара.
Радиоактив изотоптар менән эшләүселәр йәки радиация юғары булған зонала йәшәүселәрҙең барыһының да рационында алыштырғыһыҙ элемент булып гранат һуты тора.
9. Сыуалсандарға ҡаршы бик көслө сара.
Өлгөргән гранат ҡабығында сыуалсандарға көслө йоғонто яһаусы пельтьерин, изопельтьерин һәм метилизопельтьерин алкалоидтары бар. Организмдағы шул паразиттарҙан ҡотолоу өсөн 40-50 грамм ваҡланған ҡабыҡты 400 грамм һалҡын һыуҙа 6 сәғәт тоторға һәм шыйыҡлыҡтың яртыһы ҡайнап бөткәнсе әкрен утта ҡайнатырға. Һыуынғандан һуң бер сәғәт дауамында бәләкәй йотомдар менән эсеп бөтөрөргә. Тағын бер сәғәт уҙғас, йомшартҡыс эсергә. Тағын да тәрәнерәк таҙартырға теләге булғандар, 4-5 сәғәттән һуң клизма яһай ала.
Гранаттың емеше һәм ҡабығы уҡмаштырыу сифатына эйә. Шуға күрә уны эс киткәндә, ҡолиҡҡа һәм энтероколитҡа ҡаршы ҡулланалар. Өлкән йәштәгеләргә, киптереп ваҡланған гранат ҡабығын ашағандан һуң көнөнә 3 тапҡыр ҡабул итергә, ә балаларға яңы һығылған һәм һыу менән ҡушылған гранат һутын бирергә мөмкин. Гранат ҡабығындағы полифенолдар инфекциялы диарея осрағында дизентерия таяҡсыҡтарын һәм башҡа ярһытҡыстарҙы һөҙөмтәле кәметергә ярҙам итә.
https://dimbuizary.ru/articles/common_material/2021-10-20/k-nya-emeshe-anar-granat-2554186