ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
9 Сентябрь 2021, 10:18

Тултырылған помидорҙар

Тултырып бешерелгән помидор өҫтәлдә үҙенсәлекле күренә, уны һалҡын килеш тә, йылы аш булараҡ та тәҡдим итергә мөмкин.  

Тултырылған помидорҙарТултырылған помидорҙар
Тултырылған помидорҙар

Тултырыр өсөн уртаса ҙурлыҡтағы помидорҙарҙы алалар. Өҫтөн ҡырҡып, балғааҡ менән эсендәге йомшаҡ өлөшөн бушаталар. Шунын һуты һарҡһын өсөн “помидор һауыттарын” таҫтамалға түңкәреп ҡуялар. Ул арала эслеген әҙерләйҙәр.

Ит һәм дөгө менән

8 помидорға 250 г үткәрелгән ит, 1/3 стакан оҙонса сортлы дөгө ярмаһы, 2 теш һарымһаҡ, 1 баш һуған, 2 ҡалаҡ зәйтүн йәки көнбағыш майы, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.

Бер ҡалаҡ зәйтүн майында ваҡ итеп туралған һуған менән һарымһаҡты 1-2 минут ҡыҙҙырып алабыҙ ҙа үткәрелгән итте һалабыҙ. Болғата-болғата әҙер булғансы бешерәбеҙ. Уға иҙмәй генә бешерелгән дөгө ярмаһын, тоҙ, борос өҫтәйбеҙ (башҡа тәмләткестәр ҡушырға ла була), эсе алынған помидорҙарға тултырабыҙ. Помидорҙың ҡырҡылған өлөшөн ҡапҡас итеп “ябабыҙ”. Бөтәһенең өҫтөнә бер ҡалаҡ зәйтүн майы һибәбеҙ. Уртаса эҫелектә мейестә 20 минут бешерәбеҙ.

Йәшелсәле помидор

8 помидорға 1 ҙур булмаған ташҡабаҡ, 1 баклажан, 1-3 теш һарымһаҡ, 50 г сыр, 1 стакан һурпа йә һыу, ярты стакан ҡаймаҡ, 1 балғалаҡ томат соусы, тәменсә тоҙ, борос, үҫемлек майы кәрәк буласаҡ.

Йәшелсәләрҙе йыуып әрсейбеҙ ҙә бәләкәс шаҡмаҡтарға турайбыҙ. Майлы табала һуғанды ҡыҙҙырабыҙ, помидорҙың эсенән алынған йомшағын һалабыҙ. Бер нисә минуттан баклажан менән ташҡабаҡты өҫтәйбеҙ ҙә әҙер булғансы быҡтырабыҙ. Тоҙ, тәмләткестәр иҙелгән һарымһаҡ ҡушып болғатабыҙ. Эслекте помидорға тултырабыҙ, һәр береһенең өҫтөн берәр киҫәк сыр менән ҡаплайбыҙ һәм тәрән табаға теҙәбеҙ. Һурпаға ҡаймаҡ һәм томат соусы ҡушып бутайбыҙ ҙа табаға ҡоябыҙ. Өҫтөн ҡурғаш менән ҡаплап, эҫе мейестә 15-20 минут бешереп алабыҙ.

Бәшмәк менән

8 помидор, 6 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 баш һуған, 300 г бәшмәк, тоҙ кәрәк. Помидорҙарҙы уртаға бүлеп, үҙәген алығыҙ. Шул киҫәктәрҙе яҡшылап майланған һәм сохари онтағы һибелгән һауытҡа теҙегеҙ. Майҙа һуған һәм помидорҙың үҙәген ҡыҙҙырығыҙ. Бешкән йәки маринадланған бәшмәкте ваҡлап турағыҙ. Йәшелсә менән ҡушып тоҙ, борос һибегеҙ. Помидорҙарға ошо фаршты тултырып, өҫтөнә май ҡойоғоҙ, сохари онтағын һибеп, духовкала 10-15 минут бешерегеҙ.

“Башҡортсотан календары”нан.

Фото www.instagram.com

 

https://dimbuizary.ru/articles/common_material/2021-09-08/tultyryl-an-pomidor-ar-2496972

Автор:
Читайте нас