ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
1 Июль 2021, 11:05

И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы студенттарына дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте

-

Һөнәргә эйә булған йәштәрҙең ҡыуанысын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенең баш энергетигы урынбаҫары Вадим Бурдин, ата-әсәләр һәм педагогтар йыйылды.
Быйыл колледжды бөтәһе 135 студент тамамланы. Уларҙың 18-е ҡыҙыл дипломға эйә булды. Ҡайһы бер егеттәр уҡыуҙарын уңышлы тамамлап, әрме хеҙмәтенә саҡырылып өлгөргәйне. Диплом алыусы йәштәрҙең һәммәһенә лә киләсәк тормоштарында уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас