Ауыл эшсәндәре йылдың һәр миҙгелендә лә ал-ял белмәй ул. Тәбиғәт көйһөҙлөктәре, заман ҡаршылыҡтары менән көрәшә-көрәшә баҡса үҫтерә, мал үрсетә, аҙыҡ әҙерләй. Көндәлек тырыш хеҙмәттәре менән улар матур тормошҡа ынтыла. Таштуғай ауылынан Ишкилде Рахманғолов һәм Тамара Тапаҡова шундай йүнсел ғаиләләрҙән.
Ғаилә башлығы 2015 йылда крәҫтиән-фермер хужалығын булдырып, алты йыл малсылыҡ менән уңышлы шөғөлләнә. Эште башлағанда 300 мең һум ярҙамға эйә булып, уға мал һатып алалар. Әле 17 баш малдың, 10-һы һауын һыйырҙары. Был эштә Ишкелде ағайҙың ҡатыны Тамара апай уң ҡулы. Икәүләп таң һарыһынан тороп, ҡояш ныҡлап ҡыҙҙыра башлағансы һыйырҙарҙы һауып, һөтөн айыртып, эште тамамлап та ҡуялар.
Һыйырҙарҙы ҡул менән һауабыҙ. Һөттө эшкәртеп, май-ҡаймаҡ, ҡорот-эремсеген эшләп балаларға, туғандарға бирәбеҙ, һорағандарға һатабыҙ. Бәләкәйҙән фермаға йөрөп, һыйыр һауып, мал эшен белеп үҫкәс, бер ҙә ҡыйынлығы юҡ. Үҙ ваҡытында беҙ, йәш ҡыҙҙар, тәжрибәле, алдынғы һауынсылар араһында хеҙмәт юлын башланыҡ. Улар менән бергә дәртләнеп, йырлап йөрөп, ихлас эшләнек. Беҙҙе, һауынсыларҙы, гәзиттә лә яҙҙылар, телевизорҙан да күрһәттеләр,-- ти Тамара Мөнир ҡыҙы. Йүнсел ғаилә “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса субсидия алып, әлеге мәлдә заманса материалдарҙан, бөтә уңайлыҡтары булған ҙур, иркен йорт төҙөй.
-Был субсидия ауыл хужалығы өлкәһендә эшләүселәр өсөн ҙур ярҙам, сөнки әле хаҡтар даими күтәрелгән заманда йорт төҙөүе ауырға тура килә. Төҙөлөш өсөн бирелгән ярҙам менән заманса йорт һалырға мөмкинлек тыуҙы. Әлеге мәлдә эске төҙөлөш эштәре ҡалды. Ялдарында улдарыбыҙ килеп ярҙамлаша. Быйыл көҙгә эштәрҙе тамамлап, яңы йортҡа күсергә ниәтләйбеҙ,--- ти Ишкилде Ирбулат улы.
Уңған ғаилә крәҫтиән-фермер хужалығын уңышлы алып барырға ла, йорт һалырға ла, өҫтәүенә баҡса үҫтерергә һәм күпләп ҡош-ҡорт тоторға ла өлгөрә. Йәшелсә-емештәренән ҡыш буйына етерлек салат, ҡайнатмалар әҙерләп алалар.
Ауыл ерендә йәшәп, мал аҫрамай, ҡош-ҡорт тотмай, баҡса үҫтермәй булмай. Үҙ ваҡытында йылҡы ла тоттоҡ. Киләсәктә мал һанын арттырырға ла уйлайбыҙ. Магазиндағы аҙыҡ-түлек үҙең үҫтергәнгә етмәй инде. Үҙең етештергән бер ниндәй ҡушымталарһыҙ, экологик яҡтан таҙа продукция,- ти мәҡәләм геройҙары. Тамара апай “Таналыҡ” совхозының бишенсе бүлексәһендә башта һауынсы, иҫәпсе, һуңынан Йоматау техникумында ситтән тороп белем алып, бухгалтер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Ишкилде ағай ҙа ошо уҡ бүлексәлә тракторсы, комбайнсы була. Шуға күрә ер һәм мал эше улар өсөн яҡшы таныш. Шуға ла үҙ фермерлыҡ эшен бар күңелдәрен һалып башҡаралар. Аҡсаһыҙлыҡ замандарында ла күпләп мал тотоп, ике улдарына ла юғары белем алырға ярҙам итәләр. Әле Радмир Аҡъярҙа, Илнур Өфөлә йәшәй. Икеһе лә ғаиләле, балалар үҫтерәләр, уңышлы эшләйҙәр. Өс ейән һәм бер ейәнсәр ҡартатай менән ҡартәсәйҙең һағынып көтөп алған ҡунағы.
Тырышһаң, ауыл ерендә лә етеш тормошта йәшәргә була. Һәр замандың үҙ ауырлығы була. Иң мөһиме – яҡшы, лайыҡлы йәшәргә ынтылырға кәрәк,- ти егерле ғаилә. Ишкилде ағай менән Тамара апай гәзит-журналдан айырылмайҙар. Йыл һайын яҙылып, көндәлек эшттәренән бушаған арала алмашлап уҡыйҙар. Беҙҙең ике телдәге район гәзиттәренең тоғро дуҫтары улар. “Рухи аҙыҡһыҙ булмай, электән ваҡытлы матбуғат алдырып өйрәнгәс, өйгә гәзит килгәнен көтөп алып, һәр бер битен уҡып сығабыҙ”,- тиҙәр улар.
Тормош ауырлыҡтарына, ҡаршылыҡтарға бирешмәй матур йәшәгән, тырыш, эшһөйәр ғаиләгә һоҡланырға ғына ҡала. Уларҙың артабан да шулай егәрле, киң күңелле булып ҡалыуын, эштәренең гел уң булыуын теләп ҡалабыҙ.