ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
17 Май 2021, 05:31

Ауыл киләсәге – уңған ғаиләләр иңендә

-

Первомайск ауылында йәшәүсе Дамир һәм Рәсимә Вәлиевтарҙың ике ҡатлы йорттары әллә ҡайҙан күренеп, ауылға йәм биреп, балҡый. Йорт хужабикәһе Рәсимә Ким ҡыҙы 33 йыл башланғыс кластарҙа балалар уҡыта. Сибай педучилищеһы һәм институтын тамамлаған тәжрибәле педагогтың уҡыусылары киң эрудициялы, һәләтле, белемле булыуҙары менән айырыла.
Вәлиевтар 33 йыл иңгә-иң терәп татыу ғүмер кисерә. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкән ҡыҙҙары Гөлсинә бер түгел, өс юғары белем алып, әле ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәһә, кинйәләре Зилиә яндарында. Ейән-ейәнсәре Арсен менән Самира өләсәй менән ҡартатайҙың һағынып көтөп алған ҡунағы. Вәлиевтар ҡура тултырып мал аҫрап, ҡош-ҡорт тотоп, баҡса үҫтереп гөрләтеп йәшәйҙәр. Йәшелсә-емештән ҡыш буйына етерлек ризыҡ әҙерләп алалар. Йыл һайын еләккә йөрөп, ҡайнатмаһын да күпләп әҙерләйҙәр. Икеһе лә уңған булғас, донъялары ялт итеп тора. Бындай еңел булмаған заманда ауыл ерендә үҙ көсөң менән ике ҡатлы йорт төҙөүгә күптәр баҙнат итмәй. Ә Вәлиевтар заманса төҙөлөш материалдарынан, бөтә уңайлыҡтары булған ҙур, иркен йорт һалған.
Рәсимә Ким ҡыҙы педагогия эшмәкәрлегендә юғары күрһәткестәргә өлгәшергә лә, донъяһын сынъяһау итеп тоторға ла өлгөрә. Уның йорто күҙ яуын алырлыҡ бүлмә гөлдәре менән тулған. Сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ. Бәйләргә лә оҫта ул. Шулай уҡ уңған хужабикә ғаиләһен төрлө татлы ризыҡтар менән һыйларға ярата. Уның ҡоймаҡ-бәлештәре, бауырһаҡтары телеңде йоторлоҡ тәмле. Шул уҡ ваҡытта һөт ризығын эшкәртеп, май, ҡорот, ҡыҙыл эремсек һата. Йорт эштәрендә уға ҡыҙы Зилиә ярҙамсы. Етеҙ, әүҙем хужабикә машина менән дә оҫта идара итә. Теләгән еренә “тимер ат”ында елдереп барып етә.
Ғаилә башлығы Дамирҙың да ҡулынан килмәгән эше юҡ. Шуға күрә йорттарын да үҙ ҡулдары менән төҙөгән. Йорттарын йылытыр өсөн 12 сәғәт һүнмәй янған заманса мейесен дә, утын ярғысты ла үҙе эшләгән. Оҫта иретеп-йәбештереүсе лә. Уның хеҙмәтенә күптәр мөрәжәғәт итә. Еңел автомобилдәренән тыш, хужалыҡҡа ярҙамға, мал аҙығы әҙерләүгә ике тракторы ла бар.
  • Ҡартатайым Сәғәҙәт Бараков тәрбиәһендә үҫтем. Ул оҫта ҡурайсы булды. Әле республикала билдәле ҡурайсылар Азат Айытҡолов, Нурғәле Кәйекбирҙиндар ҡартатайыма даими килеп, ҡурай уйнау серҙәренә өйрәнә торғайны. Төрлөләп бешеренергә, гөлдәр үҫтерергә яратам. Һалманы ла магазиндыҡына ҡарағанда, үҙем йәйеп алыуға өҫтөнлөк бирәм. Тормош иптәшем менән 30 йылдан ашыу бергә йәшәйбеҙ. Һәр башланғысты кәңәшләшеп башҡарабыҙ. Йорт эштәрендә ул миңә терәк-таяныс.
  • Сәләмәтлекте нығытыуға ваҡыт бүлергә тырышам һәм кискеһен ауылыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары менән скандинавса йөрөйбөҙ. Ағинәйҙәр менән берлектә төрлө саралар үткәрәбеҙ, -- ти Рәсимә Ким ҡыҙы.
    -Ауыл ерендә тик ултырырға ваҡыт юҡ. Яҙ һәм йәй көнө бигерәк тә эш күп. Мал, баҡса, йорт эштәре менән ваҡыттың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Төҙөлөш эштәрен дә үҙем яйлап эшләйем. Кеше яллғаныбыҙ юҡ. Ауыр булһа ла мал тотоуҙың файҙаһы ҙур - үҙебеҙҙең экологик яҡтан таҙа продукция, - ти Дамир Ғәле улы.
    Бына шулай уңған, йүнсел, алдынғы ҡаршы ғаилә йәшәй Первомайск ауылында. Бәхеткә ынтылып йәшәгән Вәлиевтар үҙ яҙмышын үҙҙәре төҙөп, етеш тормошта көн күрә. Һәр тыуған көнгә ҡыуанып, булғанына шөкөр итеп көн итеүҙәре ошоға асыҡ миҫал.
    Читайте нас