Торт өсөн 200 г аҡ май, 3 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 3 аш ҡалағы шәкәр, 1 ҡалаҡ сода, самалап он алына.
Крем өсөн: 1 банка ҡуйыртылған һөт (сгущенка), 100 г аҡ май кәрәк.
Талҡын утта майҙы иретәбеҙ, өҫтөнә шәкәр һалып, шәкәр ирегәнсе болғап торабыҙ. Ошо масса һыуынғас, уға ҡаймаҡ өҫтәп, он, сода һалып, ҡаты ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы 4 өлөшкә бүлеп, бер сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Ҡамыр әҙер булғас, ит үткәргестән йәки ҡырғыстан үткәреп, ҡыҙыу утта бешереп алабыҙ.
Крем өсөн аҡ майҙы алдан сығарып ҡуйыу яҡшы. Йомшарған майға ҡуйыртылған һөттө һалып болғатабыҙ, бешкән печеньеларға алып, өҫтөн үҙебеҙ теләгәнсә биҙәп ҡуябыҙ.