Башҡортостанда депутат йәнлектәрҙе рөхсәтһеҙ атҡан өсөн хөкөм ителгән
Халыҡ һайланыусыһы өс ҡоралайҙы атып үлтергән.
Благовар районы Советы депутаты 2019 йылдың февралендә дуҫтары менән һунарға сыҡҡан. Ә был осорҙа һунар итергә ярамаған.
Ир өс ҡоралай атып алған. Улар ике түшкәне шунда уҡ эшкәрткән, өсөнсөһөн алып ҡайтмаҡсы булып, ҡаргиҙәргә бәйләп һалған.
Юлда браконьерҙарҙы һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы хеҙмәткәрҙәре, полицейскийҙар туҡтатҡан. Килтерелгән зыяндың суммаһы - 440 мең һум.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымаған. Суд уны 2 йылға һынау срогы менән 3 йылға иркенән мәхрүм иткән.