ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
10 Апрель 2021, 18:08

ЯПОНДАР НИҢӘ АЙЫРЫМ ЙОҠЛАЙ?

/

Ир менән ҡатын айырым түшәктә йоҡлай башлай икән, был айырылышыуға барған тәүге аҙымдар хаҡында иҫкәртә, тип фаразлай психологтар. Япондарҙың иһә был хәлгә ҡарата үҙ фекере бар.
  1. Ир менән ҡатындың эш графигы тура килмәгән осраҡта айырым ятыу уңайлы. Берәүһе һуңлап ҡайтһа, йә, киреһенсә, иртә таңдан эшкә ашыға икән, был осраҡта икенсе яртыңды борсорға тура килә. Сөнки һинең менән бергә ул да уянасаҡ, йә ҡайтҡаныңды көтөп йоҡлай алмай ятасаҡ.
  2. Япон ҡатын-ҡыҙҙары бәләкәс балалары менән бергә ятып йоҡлауҙы хуплай. Был бәләкәстең һаулығы өсөн дә файҙалы икән. Баҡһаң, ғәзиз кешеһе менән бергә әүен баҙарына киткәндә тән температураһы (ауырыған осраҡта) ҡапыл күтәрелмәй, йөрәк тибеше лә яйға һалына, ти ғалимдар.
  3. Ғөмүмән, тәмле йоҡоларҙы, икенсе яртыңдың хырлауы, төнө буйы тулап сығыуы ла, бүлеүе мөмкин. Шуға ла, кемдәрҙер айырым йоҡлай икән, уларҙың мөнәсәбәттәренән ниндәйҙер хилафлыҡ эҙләргә кәрәкмәйҙер.
    Разинә Зайнетдинова.
    https://shonkar.rbsmi.ru/news/Yapondar-ni--ayirim-yo-lay-750300/
    Читайте нас