Бөгөн “Айыҡ ауыл-2020” рспублика бәйгеһе еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Бәйгелә республиканан 2114 ауыл, шул иҫәптән, Хәйбулла районынан 17 ауыл ҡатнашты. Әбүбәкер ауылы район этабында еңеп сығып, республика кимәлендә лә районды лайыҡлы күрһәтте.
Әбүбәкерҙәр финалға сыға алмаһа ла, үҙ маҡсатына иреште—бөгөн ауылда профилактик иҫәптә торған ғаиләләр юҡ, ә бер нисә йыл элек 15 ине.
Тағы ла бында ир-уҙамандарҙың ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуын билдәләп үтке килә. Бигерәк тә шишмәләрҙе тергеҙеү һәм төҙөкләндереүгә тос өлөш индереүҙәре оло хөрмәткә лайыҡ.
Әбүбкерҙә ижади яҡтан әүҙем, уңған халыҡ йәшәй. Ауыл биләмәһе хакимиәте лә актив позицияһы менән әбүбәкерҙәрҙең һәр башланғысын хуплай.
“Айыҡ ауыл-2020” республика бәйгеһендә күп функциялы ауыл клубы директоры Лариса Бигушова “Айыҡ ауыл” проектының иң яҡшы 30 активисы араһында билдәләнде. Әбүбәкер ауылы үҙе лә Дипломға лайыҡ булды.
Әбүбәкер ауылы “Айыҡ ауыл” исемен лайыҡлы йөрөтөп, башҡаларҙы ла айыҡ тормошҡа әйҙәһен әйҙә.
Мәғлүмәт һәм фото муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһенән алынды