ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
31 Март 2021, 17:59

ТУРАТ САҒЫЛЫ

Турат ауылы Турат тауы итәгендә Турат йылғаһы буйында ултыра. Турат йылғаһы ауылды икегә ярып үтә. //

Бынан бик күп йылдар элек Ильяс тигән башҡорт байы Ҡыҙыл Мәсеттән килеп Турат тауы итәгендә йәшәй башлаған. Ильяс ҡарттың, Көнһылыу исемле, төҫкә бик матур ҡыҙы булған. Көнһылыу тураһында Бөрйән ырыуынан булған бер егет ишетеп ҡала һәм ул яҙ еткәс ҡоштар килгәндә килә, көҙ еткәс, ҡоштар ҡайтҡанда ҡайтып китер булған.
Бер килә егет, ике килә, өсөнсө тапҡыр килгәндә егеттең тура толпар атта ҡоштар төркөмө эсендә килгәнен күреп ҡалып Көнһылыу шатлығынан көлөп ебәрә. Был ваҡытта тышта еңгәһенең башын ҡарап ултырған булған. Еңгәһе: "Нигә минең баштан көләһең, көлөүеңдең сәбәбен әйтмәһәң хәҙер кереп ағайыңа ошаҡлайым!" - тигән. Ҡыҙ ҡурҡып еңгәһенә ошоларҙы һөйләп биргән. Ә егет Көнһылыуға үҙенең килеүе тураһында берәүгә лә һөйләргә ҡушмаған булған.

- Анау-у-у өсөнсө төркөм ҡоштарҙы күрҙеңме? - тип һораған ул еңгәһенән. - Шул ҡоштар төркөмө эсендә йылда миңә килеп йөрөй торған егет булыр. Ул әле тура толпар аты менән осоп килде. Ҡаршылағы бейек тау башына осоп төшөп, шунда сатыр ҡороп толпарын ҡалдырып бында киләсәк. Ҡыҙҙың еңгәләре егет йәйләүгә килгәс тә атын барып ҡарарға һүҙ ҡуйышалар.

Куп тә үтмәй егет ҡыҙ йәшәгән тирмәгә килеп керә.

Егет Көнһылыу менән ваҡыт үткәргәндә еңгәләр сатыр ҡоролған тауға тура толпарҙы ҡарарға йүгерешәләр. Егет шаулашҡан тауышты ишетеп йүгереп сыҡһа һуң була инде. Еңгәләр сатыр эсендәге толпар атты ҡарап торған булғандар. Ул шундай матур, күреп туйғыһыҙ була. Ике яҡҡа күгәрсен ҡанаттары кеүек ҡанатын йәйеп йоҡлап ята. Кеше тауышына уяна, күҙҙәренән тамсы-тамсы йәш тама.

Кискә ҡарай толпар күҙ тейеүҙән үлә. Уны шул тау башына ҡәбер ҡаҙа ла, толпарын ерләй. Ҡәбергә, аты менән ҡуша, алтын эйәрен, үрелгән йүгәнен һала. Егет ныҡ ҡайғыра. Үкһеп илай.

– Нимәгә ҡайғыраһың, кейәү? – ти ҡайныһы. – Әллә миндә, һин ҡайтып етерлек, ат юҡ тиһеңме әллә? Ҡайны кеше ат кәсәген, толпар ерләнгән сағыл һыртына, ҡыуып алып килергә ҡуша. Егет һәр атты ҡарап сыға, күңеленә ятҡаны булмай.

– Һәй, көтөүселәр! – тип ҡысҡырып ебәрә бай. – Кәсәктән ат тороп ҡалманымы? Көтөүселәр: – Ҡышты насар үткәргән, бер нисә алаша ҡалды, ти.

– Алып килегеҙ уларында, - тип фарман бирә бай.

Ул алашаларҙы алып килгәс, бай: – Кәсәк араһына ин дә, йүгәнеңде шылтырат. Ҡайһы ат ҡарай, шуны тот - ти. Егет, кәсәк араһына инеп, йүгәнен шылтырата. Йүгән шылтырауына бер бәләкәй генә, ҡышҡы йөнөндә ҡойоп бөтмәгән, дүнән ҡарай. Кейәү егетенә дүнән оҡшамай, ул тағы бәхетен һынап ҡарарға була, ләкин тағын шул дүнән генә борола.

– Ошо минең бәхетемдер, - тип, көрһөнөп ҡуя егет һәм дүнәнде йүгәнләй һәм эйәрләй. Дүнән ат ҡарап туйғыһыҙ атҡа әүерелә.

- Мин ошоноң менән ҡайтам. Минең ҡайтып киткәнемде ҡарап ҡалығыҙ", - тигән егет. Ҡыҙҙы ултыртып һәйбәт кенә киткәндәр былар. Бер аҙ барғас та ат толпарға әүерелеп осоп китә. Уларҙы күрмәй ҙа ҡалалар. Егеттең тура толпар аты хөрмәтенә халыҡ тауҙы һәм Иләс исемен йөрөткән ауылды Турат тип йөрөтә башлай.

Ә бына Турат исеме йылғаға механик рәүештә генә күскәндер.
Читайте нас