Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан сода компанияһы акцияларының 38,3 процентын Башҡортостан Республикаһы милегенә, шулай уҡ 11,7 процентын + бер акцияны ышаныслы идараға тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
“Башҡортостан сода компанияһы Башҡортостан Республикаһы идара иткән иң эре предприятие буласаҡ, - тип хәбәр итте республика Башлығы Радий Хәбиров. – Бөгөн Башҡортостан халҡы өсөн бик мөһим көн. Асылда, БСК-ға бәйле хәлде буталсыҡ хосусилаштырыу, тарихи ғәҙелһеҙлек һөҙөмтәһе тип әйтергә мөмкин. Ул тулыһынса яйға һалынды. Мәсьәләне Владимир Путин хәл итте. Илебеҙ Президентына рәхмәт һәм хөрмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ”.
Уның һүҙҙәренсә, “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте пакеттары йөҙ процентҡа тиклем тиерлек дәүләткә ҡарай.
“Президент компания акцияларының 38,3 процентын республикаға ҡайтарырға, тағы ла 11,7 процентын + бер акцияны ышаныслы идаралыҡҡа тапшырырға ҡушты. Шулай итеп, Башҡортостан БСК акцияларының контроль пакетын аласаҡ. Һәм ул республика идара итәсәк иң ҙур предприятие буласаҡ. Йәғни, завод эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре оффшорға һәм илдән ситтә элиталы күсемһеҙ милек алыуға китмәйәсәк, ә беҙҙең республика кешеләренең, ябай халыҡтың файҙаһына, уларҙың социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтеләсәк. Беҙгә предприятиеның һуңғы һутын һурмайынса эште ойоштороу, уның яңырыуын тәьмин итеү, тиҫтә йылдар йыйылған экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге тыуасаҡ. Ә шәхсән минең өсөн был – айырыуса яуаплылыҡ, Президенттың һәм беҙҙең халыҡтың ышанысы. Уны аҡларға тырышасаҡмын”, – тине Радий Хәбиров.