Районда балалар һәм үҫмерҙәр китап аҙналығы сағыу театрлаштырылған тамаша һәм квест-уйын менән тамамланды
Уйында Садовый, Федоровка һәм 2-се Аҡъяр мәктәптәренән йәш китап уҡыусылар командалары ҡатнашты.
Квест—мажаралы спорт уйыны. Унда инттелектуаль заданиелар үтәргә кәрәк, станциялар буйлап күсеүҙә сослок-зирәклек тә талап ителә. Балаларға ярҙам өсөн маршрут карталары бирелде. Һәр станцияла, заданиены үтәгәндән һуң, уйынды алып барыусылар маршрут ҡағыҙынды билдә яһап, һүҙҙәрҙән торған әйтемдәрҙе йыйҙы.
Һөҙөмтәлә Садовый ауылы мәктәбе командаһы уйын еңеүсеһе тип танылды.
Квест-уйында ҡатнашыусыларҙы район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ щоу көтә ине. Китапхана хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн Лунтиктың ерҙәге мажаралары тигән тамаша әҙерләне. Йыһан киңлеге, планеталар системаһы тураһында ниндәй генә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт алманы уҡыусылар!
Байрам бик шәп булды һәм барыһына ла сикһеҙ оҡшаны.