Театр – тамашасыларҙы илатыусы ла, шатландырыусы ла ғәжәйеп донъя тибеҙ. Спектаклдәрҙән берәүҙәр ғибрәт, икенселәр өлгө ала. Көндәлек мәшәҡәттәрҙе бер аҙ ситкә ҡуйып, спектакль ҡарау, күптәргә оло кинәнес, ҡабатланмаҫ ял минуттары бүләк итә. Берәүҙәр спектаклдәргә тамаша ҡылһа, икенселәр уларҙың уртаһында ҡайнай. Шундай һәүәҫкәр артистарҙың береһе – Аҡъярҙан ауыл хужалығы тармағы ветераны Зиннур Байбулатов хаҡында һүҙем.
Нисәмә йылдар инде ҡабатланмаҫ образдар тыуҙырыусы Зиннур Ғизетдин улы ҡатнашлығындағы спектаклдәрҙе халыҡ яратып ҡарай. Ул комедия булһынмы, драма һәм трагедиямы Зиннур ағай үҙ ролен еренә еткереп башҡарып, тамашасы күңелен яулай. Йылдар уҙған һайын сәхнә һәм тормош тәжрибәһе, талантына һоҡланыусы тамашасыһы ла арта бара уның.