ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
22 Марта 2021, 10:24

Тәрән мәғәнәле алты ҡыҫҡа хикмәт уҡығыҙ

/

Бер мәл ауылдың бар халҡы ямғыр яуһын тип теләккә сыҡҡан, тик бер генә малай ҡулсатыр (зонт) тотоп барған. Ошо була ла инде ИНАНЫС.
Сабыйҙы күккә сөйгәндә ул шарҡылдап көлә, сөнки һеҙҙең тотоп алырығыҙҙы белә. Был – ЫШАНЫС.
Кис һайын йоҡларға ятҡанда беҙ иртән уянырыбыҙҙы белмәйбеҙ, шулай ҙа будильник ҡуябыҙ. Ошо була ла инде ӨМӨТ.
Хатта киләсәктә нимә булырын белмәһәк тә, беҙ иртәгәгә уй-пландар ҡорабыҙ. Был – ЫШАНҒАНЛЫҠ.
Донъяның ғәҙел булмағанын, ҡыйынлыҡ-михнәттәрҙе күрәбеҙ-беләбеҙ, әммә тоҡом дауам итеп, өйләнәбеҙ һәм балалар табып үҫтерәбеҙ. Ошо була ла инде ҺӨЙӨҮ.
Өлкән йәштәге ҡатындың футболкаһында "Миңә 80 йәш; үҙемде 64 йыллыҡ стажлы 16 йәшлек ҡыҙ итеп тоям" тип яҙылған. Был – ТОРМОШҠА ДӨРӨҪ МӨНӘСӘБӘТ.


Фото: fotojoin.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/T-r-n-m--n-le-alti-i-a-hikm-t-u-i-i-726190/
Читайте нас