Сибай ҡалаһының “Ышаныс” социаль яҡтан яҡланмаған граждандарға ярҙам күрһәтеү үҙәгендә “Өмөт ебе” тегеү коворкинг-үҙәге эшләй башланы. Үҙенсәлекле эшмәкәрлекте башлап ебәрәүгә Рәсәй президенты гранты фонды ярҙам күрһәткән.
Президент гранты фондының иң мөһим йүнәлештәренең береһе булып граждандарҙы социаль яҡлау иҫәпләнә. Фондҡа йыл һайын илебеҙҙең йөҙгә төбәгенән эшмәкәрлектәрен башлап ебәреүгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр. Махсус конкурс үткәргәндән һуң улар коммерциялы булмаған ойошмаларға “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр” программаһына ярашлы грант бүлә. Быйыл өлөшлөләр араһында сибайҙар булыуы ҡыуаныслы. Әйткәндәй, былтыр президент гранты фонды конкурсында ҡалабыҙҙың 7 проекты еңеп сыҡһа, быйыл өс айҙа ундайҙар һаны икәү.
Грантҡа лайыҡ булған “Өмөт ебе” үҙәге ауыр хәлгә тарыған ҡатын-ҡыҙҙарға эшкә урынлашырға, яңы һөнәр үҙләштереүҙә ярҙам күрһәтә. Проект шулай уҡ физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе уҡытыу, эш менән тәьмин итеү, үҙ эшен асыуға ла булышлыҡ итә.
--2021 йылда үҙ эшебеҙҙе йәнләндереп ебәреүгә президент гранты фонды аҡсаһын оттоҡ. Ул ярҙамды беҙ төрлө тормош хәлдәре арҡаһында эшләй алмаған, килемһеҙ ҡалыусыларҙы хәстәрләүгә йүнәлтәбеҙ. Йәғни, гүзәл заттарҙы үҙҙәре, балалары, ирҙәре, туғандары өсөн кейем тегергә, бесергә, кейемдәрҙе моделләштереүгә өйрәтәбеҙ. Әлеге мәлдә курсҡа ҡатын-ҡыҙҙар йыябыҙ. Хатта тегеү, бесеү өлкәһендә үҙ эштәрен асырға теләүселәргә лә ярҙам итәбеҙ.
Беҙгә бала бағып өйҙә ултырыусылар, эшһеҙ ҡалғандар мөрәжәғәт итә ала. Курстар бушлай, өҫтәмә һөнәр үҙләштерергә теләүселәрҙе көтөп ҡалабыҙ. Уҡытыусылар эш башларға күптән әҙер,--ти “Өмөт ебе” үҙәге етәксеһе Эльмира Ғәлина.
Үрҙә әйтеүебеҙсә, грант мохтаждарға ярҙам күрһәтеү өсөн бүленгән. “Ышаныс” социаль яҡланмаған граждандарға ярҙам күрһәтеү үҙәге тулы ҡеүәтле тегеү коворкингы булдырыу өҫтөндә ныҡышмал эшләй. Әлегә үҙәктең тегеү цехында үҙ эшенең оҫталары ғына түгел уҡыу йорттары студенттары ла теләп тегеү, бесеү эштәре менән булыша.
--Мин профессиональ рәүештә тегеү менән шөғөлләнергә теләйем. Тегеү, бесеү күңелемә ныҡ яҡын. Яратҡан шөғөлдәремдең береһе лә ул тегеү,--тине үҙәктә практика үтеүсе Жанара Куштаева.
Уның һүҙҙәренә Айгөл Баймөхәмәтова ла ҡушылды.
--Уҡыу йортонда теория ныҡ бирелә, ручка тотабыҙ ҙа яҙабыҙ. Ә бында беҙ тегеү машинкаһы артында ултырып үҙаллы эшләп ҡарайбыҙ. Тегенсе хеҙмәте еңел эш түгел. Миңә бында оҡшай, уҡытыусылар бөтә нәмәгә лә ентекле өйрәтә.
Шуны ла билдәләп китеү зарур: президент гранты фонды 13 йүнәлеште тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Улар менән фондың рәсми сайтында танышырға мөмкин.
#нацпроекты#миллипроекттар
https://ataysal.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/m-t-ebe-tege-kovorking--ge-eshl-y-bashlani-717738/