Заводҡа Хәйбулла районы делагацияһы ла барҙы. Уның составына район хакимиәте ауыл хужалығы бүлегенең баш инженеры Ф.Бикбов, район фермерҙары С.Лоскутов, У.Зәкиров, Ш.Сынбулатов, Ю.Погорелов инде.
Заводҡа эшлекле сәйәхәт барышында район делегацияһы бында етештерелгән техника һәм ҡоролмаларҙы ҡараны, завод вәкилдәренән үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, завод конструкторҙары һәм инженер хеҙмәте вәкилдәре менән осрашты. Шулай уҡ улар республиканың башҡа райондарынан килгән коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашты, фекер алышты.
Завод музейе ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бында ошо заводта сығарылған бөтә техника һәм ҡоролмалар өлгөләре ҡуйылған. Унда “Сталинец” таҡҡыслы комбайндарынан алып заманса моделдәргә тиклем күреп була.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Хәйбулла районы иген урғыс комбайндар һатып алыу буйынса республика беренсе урынды биләй. Район ауыл хужалығы продукциялры етештереүселәре оҙаҡ йылдар инде “Ростсельмаш” заводы менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә. Аҡъяр ауылында “Ростсельмаш” заводынан запас частар магазины асылыуы ла ошо хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе. Ул бөтә Урал аръяғы буйынса комбайндарға запас частар һатыу буйынса берҙән-бер магазин.
МИНИСТЕРСТВО СЕЛЬСКОГО ХОЗЯЙСТВА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН