ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Март 2021, 19:02

Ике ветеринар табип агросәнәғәт комплексы системаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн бүләкләнде.

Башҡортостандың ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин эш сәфәре менән Хәйбулла районында булды //

Башҡортостандың ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин эш сәфәре менән Хәйбулла районында булды
Ул Аҡъяр ауылында ветеринария участкалары мөдирҙәре һәм район ветеринария станцияһының ветеринар табиптары менән кәңәшмә үткәрҙе. Бында төбәктә эпизоотик хәл-торош, малдарҙы яһалма ҡасырыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
Рәсми осрашыу аҙағында 2 ветеринар табип агросәнәғәт комплексы системаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн бүләкләнде. Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы Өфө ауылы ветеринария участкаһы мөдире Айҙар Насировҡа тапшырылды.
Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәте хаты менән Маҡан ветеринария участкаһы мөдире Рәүеф Асаинов бүләкләнде.
Читайте нас