ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
11 Март 2021, 09:41

БАҠСАСЫ_КӘҢӘШТӘРЕ

/

Һуған орлоғон ошолай итеп эшкәртеп сәскәндә, мул уңыш йыйып алырһығыҙ.
Шәп һөҙөмтәнең нигеҙе – орлоҡтарҙы содалы һыуҙа ебетеп алыу.
Ҡатнашма өсөн 1 сәй ҡалағы аш содаһы һәм 1 л эҫе һыу алабыҙ. Орлоҡтарҙы 30 минутҡа ошо ҡатнашмаға һалабыҙ. Һыуыбыҙ тиҙ һыуынмаһын өсөн ҡатҡас ябырға, хатта эҫке бишмәткә урап ултыртырға ла мөмкин.
Әммә бында һыуға соданы һалып болғау ғына етмәй, ҡатнашманың температураһы ла ҙур роль уйнай. Һыу кәм тигәндә 45, хатта 55-60 градус булһа яҡшыраҡ икән. Шул осраҡта ғына тейешенсә эффектҡа өлгәшергә була.
Ҡатнашмаға һалыр алдынан орлоҡтарҙың ҡойолоп торған тышын таҙартырға кәрәк, әммә әллә ни яланғасландырып ташламағыҙ!
Альмира Аюпова.
https://zori102-b.rbsmi.ru/articles/common_material/ba-sasi-k--sht-re-707770/
Читайте нас