ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
10 Март 2021, 09:25

Юл хеҙмәткәрҙәре көсөргәнешле режимда эшләй

Февраль аҙағынан алып бөгөнгәсә Хәйбулла районында буран ҡотора. Ауылдарға юлдарҙы асып та өлгөрмәйҙәр, көслө ел ярты сәғәт эсендә тиерлек автомобиль юлына ҡайтанан бураҙналар һалып та ҡуя. //

Ошо осорҙа Хәйбулла юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре көсөргәнешле режимда эшләй. Уларҙың хеҙмәтен ниндәйҙер мәғәнәлә тишек һауытҡа һыу ташыу менән дә сағыштырып була. Сөнки тәбиғәт үҙенекен итә, ауыр техника юлды ҡарҙан таҙартып үтеүе була, артынса буран юлдарға ҡар тултыра.
Ә бының артында иртәнге сәғәт биштән төн буйына алһыҙ-ялһыҙ эшләгән юл хеҙмәткәренең хеҙмәте ятыуын күптәр, бәлки, уйлап та бирмәйҙер. Урман зонаһы ауылдарына юл ярған ауыр техника водителенең алһыҙ-ялһыҙ төнө буйына ауыр ҡарҙы эттереүен, әсе һыуыҡта боҙолған техниканы йүнәтеүен, әммә иртәнге сәғәттәрҙә ауылдарға юл асыуын миҫал итеп килтерге килә. Тәбғәт үҙенекен итә, быға ҡаршы тороп булмай, бары тик сабыр итергә генә кәрәк. Бер көн нисә көн дауамында барған буран эҙемтәләрен бер нисә сәғәт эсендә генә таҙартып бөтөүе мөмкин түгел, шуға ла халыҡтың был килеп тыуған хәлгә аңлы рәүештә ҡарауҙарын һорайбыҙ.

Бөгөн ҡарға сумған ауылдарға юл ярыу эштәре дауам итә. Юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы, ауыл биләмәләре, тау сәнәғәте предприятиелары техникалары эшкә йәлеп ителде, күп кенә ауылдарға юл асылды. Был ғәҙәттән тыш хәл район хакимиәте, республка етәкселеге контролендә тотола.

Әйтеүебеҙсә, юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы тарафынан хәүефһеҙ һәм өҙлөкһөҙ хәрәкәтте тәьмин итеү өсөн бөтә саралар күрелә. Йәшәйеште тәьмин итеү системаларында авария йәки башҡа өҙөклөктәр юҡ.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәнә лә һауа шарттарының боҙолоуы ихтималлығы тураһында иҫкәртә.
Яҙ үҙенең холҡон тулыһынса күрһәтеп бөтмәне әле, юлдарҙа йәнә лә боҙлауыҡ булыуы, көрт һалыуы бар. Оҙайлы юлдарға сыҡмай тороу хәйерле. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Читайте нас