Бар яҡлап та камил, алдынғы ҡарашлы гүзәл заттар һоҡланыу уята. Әүҙем тормош позицияһы менән йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар иҫәбенә – Аҡъяр ауылынан Айгөл Байсуринаны ла индерер инем. Күңеленә ятҡан һөнәр буйынса юғары белем алып, уҡытыусы, тәрбиәсе булып эш тәжрибәһе туплаған мәҡәләм геройы әлеге мәлдә Аҡъяр ауылының “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында уҡытыусы-логопед булып хеҙмәт юлын уңышлы дауам итә.
Ғәлиәхмәт ауылында ғаиләлә баш бала булып донъяға килгәнмен. Атайым вафат булғас, әсәйем беҙҙе, өс баланы, ел-ямғыр тейҙермәй яңғыҙы үҫтереп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарҙы. Был тормошта нимәгәлер өлгәшкәнмен икән, ул әсәйемдең дә ҡаҙанышы. Педагог булараҡ, балалар менән эшләүе оҡшай. Ҡайһы урында эшләһәм дә юлымда тик яҡшы кешеләр осрай. Үҙем асыҡ кешемен, аралашырға яратам, хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Күңел булғансы һөйләшерлек, серҙәремде бүлешерлек әхирәттәрем күп. Һәр береһенең тормошомда үҙ ролдәре бар, - тип һүҙ башланы Айгөл Фәхретдин ҡыҙы. Тик ултырырға яратмаған Айгөл йәмәғәт эшенән дә ситтә ҡалмай - ул “Йәштәр гвардияһы”берекмәһе етәксеһе һәм әүҙем ирекмән.
-Кешеләргә ярҙам итеү, изгелек эшләү теләге мине ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылырға булышлыҡ итте. Төрлө акциялар, конкурстарҙа ҡатнашабыҙ һәм үҙебеҙҙә үткәрәбеҙ, ололарға, мохтаждарға ярҙам итәбеҙ. Балалар менән эшләгән ойошмалар менән берлектә эш алып барабыҙ. Ғөмүмән, тулы тормошта ҡайнап йәшәргә яратам. Барыһына ла өлгөрөргә, ваҡытымды тигеҙ бүлергә тырышам. Эшһеҙ үҙемде бушлыҡта ултырған кеүек тоям, -- ти мәҡәләм геройы.
Айгөлдөң ғорурлығы, таянысы һәм ҡыуанысы - ҡыҙы Айһылыу. Ул 1-се Аҡъяр мәктәбендә 3-сө класта уҡый. Тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшкән ҡыҙ төрлө бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Ҡыҙымды интернет селтәрендәге туған телдә шиғыр һөйләү һәм башҡа бәйгеләргә йәлеп итәм. Икәүләп “Рух яҙыуы” район бәйгеһендә лә ҡатнаштыҡ. Бала үҙ туған телен белеп үҫергә тейеш, тигән фекерҙәмен. Аллаға шөкөр, ҡыҙым ике телдә лә яҡшы һөйләшә,- ти мәҡәләм геройы. Айгөлдөң тәрән фекер йөрөтөүе, тормошҡа фәлсәфәүи ҡарашы ла уның оптимист, алдынғы ҡарашлы булыуын асыҡ дәллиләй.
Тормош тик ыңғай күренештәрҙән тормаһа ла, һәр нәмәлә яҡшылыҡ күрергә, изгелек эшләргә тырышам. Тормош девизым – алға һәм алға. Замана ҡатын-ҡыҙы бөгөнгө талаптарға яуап бирергә, шул уҡ ваҡытта ата-балаларҙан ҡалған әҙәп-әхлаҡты юғалтмаҫҡа тейеш. Тағы ла етеҙ, бер урында тапанмаҫҡа, һәр саҡ камиллыҡҡа ынтылыу мөһим, -- ти Айгөл. Һәр нимәгә лә өлгөр Айгөл Фәхретдин ҡыҙы буш ваҡыттарында түшелдеректәр эшләй, кейемдәр, костюмдар тегә. Шулай уҡ ул спорт менән дә дуҫ. Еңел атлетика, саңғы ярыштарынан ситтә ҡалмай.
- Тәүге һөнәрем буйынса технология уҡытыусыһымын. Был һөнәрҙе һайларға ҡул эштәре менән шөғөлләнергә яратыуым булышлыҡ иткәндер. Йәнә спортты үҙ итәм, сөнки үҙен формала тоторға, һаулығын нығытырға теләгән һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн физик әүҙемлек мөһим. Ғөмүмән, көнкүреш мәшәҡәттәре менән үҙеңде оноторға ярамай. Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенсә гүзәл, әммә тәбиғи матурлыҡты һаҡлау өсөн физик күнегеүҙәр, дөрөҫ туҡланыу, сәскә һәм бит тиреһенә төрлө маскалар, кремдар ярҙамға килер. Саманан артыҡ макияж ҡулланыуға, яһалма матурлыҡ булдырған төрлө ысулдарға ҡаршымын. Үҙеңде яратырға, Аллаһы Тәғәлә нисек яратҡан, шулай ҡабул итергә кәрәк, - ти Айгөл.
Эйе, мәҡәләм геройының фәһемле фекерҙәре менән килешеп, тормош йәме, ғаилә усағын йылытыусы гүзәл заттар булып ҡалайыҡ тигән теләктә ҡалабыҙ.