ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
10 Март 2021, 11:58

Өлгөлө ҡатын – ғаилә күрке

-

Был тапҡыр һүҙҙәр Быҙаулыҡ ауылынан күп бала әсәһе Лариса Байғужинаға ҡарата әйтелгән кеүек. Уңған, ихлас, балаларым тип йән атҡан әсәгә ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел. Тормош иптәше Әкрәмгә һөйөклө тормош иптәше, балаларына яратҡан әсәй, яҡындарына ярҙамсыл туған булған Лариса Таһир ҡыҙы күптәр өсөн өлгө ул.
Бөгөн Байғужиндарҙың ишле ғаиләһе 5 сәскәләй ҡыҙ һәм бер баһадир ул менән бай. Әйткәндәй, кинйә улдары Батырхан бер-бер артлы донъяға килгән 4 ҡыҙҙан һуң, 30 декабрҙә, көтөп алынған яңы йыл бүләге булып тыуған ул. Әле Батырханға 5 йәш һәм ул балалар баҡсаһына йөрөй. Ул ғаиләлә иң наҙлыһы, яратҡаны. Ата-әсәһе һәм апайҙары араһында иркәләнеп кенә үҫә. Йорт биҙәге, ғаилә йәме булған ҡыҙҙар иһә әсәйҙәренең уң ҡулы, ярҙамсыһы. Таңсулпан – Ырымбур медицина колледжы студенткаһы булһа, Гүзәлиә мәктәптә 8-се класта, Гөлләриә - 5-се, Алиса менән Амилия 3-сө класта белем ала. Амилияны изге күңелле Байғужиндар үҙҙәренә тәрбиәгә алғандар.
  • Светлана һеңлем ҡаты ауырыуҙан мандый алмағас, вафат булыр алдынан, ҡыҙын тәрбиәгә алыуыбыҙҙы һораны. Башта икеләнеп, ҡаушап ҡалдым, сөнки үҙебеҙҙең биш бала бар бит. Әммә тормош иптәшем Әкрәм менән кәңәшләшеп, унан: “Амилия балаларыбыҙ менән бергә үҫте, ул хәҙер үҙ ҡыҙыбыҙ кеүек яҡын, әлбиттә, алабыҙ, сит-яттарға биреп ҡуймайбыҙ инде”, -- тигәс бөтә икеләнеүҙәрем юҡҡа сыҡты. Амилия беҙгә йәшәргә килгәс тә, тиҙ генә өйрәнде һәм балаларыбыҙ ыңғайына беҙгә атай-әсәй тип өндәшә башланы. Әкрәм, атай булараҡ, баштан уҡ Амилияға бик иғтибарлы булды, моңһоуланған саҡтарында эргәһенә барып, хәбәргә әүрәтеп, күңелен асты, ашарға теләмәһә, иң тәмле өлөштө уға бирҙе, шулай итеп үҙ ҡыҙы кеүек ярата, иркәләй. Бына шулай бишенсе ҡыҙыбыҙ ғаиләбеҙҙең тағы ла бер биҙәге булып, йортобоҙҙоң ҡотон арттырҙы, -- ти Лариса Таһир ҡыҙы.
  • Әлеге көндә ғаилә башлығы Әкрәм Һөйөндөк улы “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтендә эшләһә, Лариса йорт хужабикәһе. Өлгөр әсә ҡатын-ҡыҙҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек, көндәлек донъя мәшәҡәттәренән тыш, балалары менән аралашыуға ла ваҡыт таба. Эш араһында бәйләргә лә өлгөрә.
    • Ҡыҙҙар ата-әсәй йортонда ҡунаҡ ҡына. Артабан үҙҙәре ныҡлы ғаилә ҡорһон өсөн беҙҙән өлгө алырға һәм йылылыҡ, наҙ менән сорналырға тейеш. Был йәһәттән тормош иптәшемдән уңдым. Уның менән ғаилә ҡороуыбыҙға быйыл көҙ 22 йыл тула. Балаларыбыҙға хәстәрлекле атай, миңә ныҡлы терәк-таяныс ул. Ҡыҙҙарым атайҙарын бигерәк ярата. Эштән һағынып көтөп алып, ҡосаҡлап алалар. Хатта серҙәрен дә уның менән бүлешәләр. Сөнки мин әҙерәк ҡатыраҡмын, ә Әкрәм йомшаҡ күңелле кеше. Донъялағы иң яҡшы атай ул, - ти йылмайып Лариса.
    • Бөгөн Байғужиндар күпләп мал аҫрап, ҡош-ҡорт тотоп, баҡса үҫтереп, гөрләтеп донъя көтә. Йорт эштәрендә ата-әсәгә балалары ярҙам итеп, эшкә өйрәнеп үҫә.
      -Ҡыҙҙарым менән бергәләп, баҡса үҫтерәбеҙ. Көҙгөһөн иһә йыйып алған йәшелсәләрҙән төрлө салаттар, емеш-еләктәрҙән ҡайнатмалар, компоттар эшләйбеҙ. Ҡыш буйына етәрлек күп итеп эшләп алабыҙ. Йорт эсендә лә эште ҡыҙҙарым бүлешеп башҡара. Береһе урын йыйһа, икенсеһе - иҙән, өсөнсөһө ҡашыяҡ йыуа. Шулай итеп, балаларыбыҙҙы эшһөйәр итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ,- ти мәҡәләм геройы.
      Лариса Таһир ҡыҙының әйтеүенсә, балаларының һәр береһенең тыуған көндәрен, яңы йыл, 23 февраль, 8 март кеүек байрамдарҙы ғаилә менән күңелле итеп билдәләйҙәр. Балалар һүрәттәр төшөрәләр, открыткалар эшләйҙәр, бүләктәр әҙерләйҙәр. Өйҙө төрлө шарҙар менән биҙәйҙәр. Шул рәүешле байрам кәйефен булдыралар.
      -Тыуған көндәрҙе һәм иҫтәлекле даталарға арналған байрамдарҙы ғаилә менән генә билдәләргә яратабыҙ. Барлыҡ иғтибарыбыҙҙы ҡунаҡтарға түгел, ә балаларыбыҙға бүлеү өсөн шулай өйрәнгәнбеҙ. Ғаилә, Әсәйҙәр, Атайҙар көндәре лә беҙҙә буш үтмәй. Йәйгеһен сәйәхәт итәбеҙ, ғаиләбеҙ менән тәбиғәт ҡосағында ял итәбеҙ. Ҡышын-йәйен ихатала балаларға даими шашлыҡ бешерәбеҙ,-- ти әсә.
      Байғужиндарҙың йорто шат балалар тауыштарынан гөр килеп тора. Балаларҙың бәхетле булыуы, ата-әсәйҙең татыу йәшәүенән дә тора.
      -Тәүге ҡыҙым тыуғас, бер бала менән генә ҡалырмын, тип уйлағайным. Һуңынан балаларым бер-береһенә терәк булһындар тип, бишәү итергә ҡарар иттем һәм бер ҙә үкенмәйем. Ишле ғаиләлә балалар ярҙамсыл, бер-береһенә иғтибарлы, дуҫ, эшһөйәр булып үҫәләр. Әле күп ҡатындар бер-ике бала менән генә ҡала. Улар ишле ғаиләле булыуҙан ҡурҡа. Бында икеләнергә ярамай, һәр бер бала үҙ ризығы менән тыуа ул. Балаларымдың һау-сәләмәт, эргәмдә булыуы, уларҙың шат-көләс йөҙҙәрен күреү минең өсөн ҙур бәхет. Киләсәктә улар тәрбиәле шәхес, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булыуҙарын, ныҡлы ғаилә ҡороуҙарын, ҡартайған көнөбөҙҙә беҙгә терәк-таяныс булһындар. Бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға ла ғаилә бәхете, балалар ҡыуанысы теләйем, -- тине һүҙен тамамлап Лариса Таһир ҡыҙы.
      Ир менән ҡатын бер-береһен хөрмәт итеп йәшәһәләр генә ғаилә ныҡлы, балалар бәхетле була. Байғужиндарҙың ғаиләһе тап шундайҙарҙан. Ә инде донъя тотҡаһы булған әсәй, Лариса Таһир ҡыҙы кеүек өлгөлө ҡатындар районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы ла инде.
      Читайте нас