8 март байрамына арналған матурлыҡ бәйгеһендә Диана Байғужина, Анжела Долгова, Зиниә Байғужина, Вероника Львова, Виктория Сторожева, Галина Атласова, Надежда Харлова, Снежана Ямаловалар ҡатнашты. Улар биш этаптан торған һынауҙарҙа үҙ маһирлыҡтарын, талантын, зирәклеген, отҡорлоғон күрһәтте.