Бәйгелә ике команда көс һынаны.
"Обаяшки" командаһы составында Дәүләтбирҙина Миңлегөл, Йомағужина Фәнзилә, Айҙашева Алтынай, Аҡбалина Сәриә, Шаһивәлиева Фәтиха булһа, "Сәскәләр" командаһы составында Айҙашева Земфира, Сәриә һәм Зөһрә Баймырҙиналар, Ғиләжетдинова Гөлсиә, Дәүләтбирҙина Фәриҙә, Торомтаева Минзәлә, Хаббина Сәрүәр ҡатнашты.
Байрам бер аҙ моңһоуыраҡ сара менән башланып китте.Үҙенең барлыҡ хеҙмәт юлын мәҙәниәт өлкәһенә бағышлаған Гөлсиә Мостафа ҡыҙын хаҡлы ялға сығыу уңайы менән тәбрикләүҙән башланып китте. Мәҙәниәт йорто коллективы һәм ауыл старостаһы Кәбир Баймырҙа улы: пенсияға сығыу-тормош арбаһынан төшөп ҡалыуҙы аңлатмай, ә киреһенсә күңелең яратҡан эштәр менән шөғөлланеугә киң мөмкинселек асыла,тине.
Гөлсиә Мостафа ҡыҙы үҙе ойошторган тыуған яҡты өйрәнеу музейында артабан да эшләүен дауам итәсәк.
Көсөргәнешле ярыш ваҡытында командалар төрлө яҡлап үҙҙәренең оҫталыҡтарын асып бирҙеләр. Командалар сығыштарын девиз һәм үҙенсәлекле сәламләшеүҙән башланылар. Гүзәл заттар ҡыҙыҡлы конкурстар ваҡытында төрлө һынауҙарҙы уңышлы үтеп, тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе.
Байрамда ҡатнашыусы һәр кемгә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ауылда ҡатын-ҡыҙҙың эше йылдың һәр миҙгелендә лә күп. Ошо бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙән арынып, ауылдаштарға байрам кайефе бүләк иткән гүзәл заттар оло маҡтауға лайыҡ.