Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
5 Март 2021, 11:47

ИХЛАСЛЫҠТАН ҠОТЛО ДОНЪЯҺЫ

Бар булмышынан алсаҡлыҡ, һәр ғәмәленән ихласлыҡ, дәрт-дарман бөркөлгән кешеләр гел иғтибар үҙәгендә. Улар башҡалар менән бер тартыныуһыҙ иркен аралаша, бар ерҙә лә үҙ һәм яҡын. Ябай тиҙәр ундайҙар хаҡында. Әммә был бер ҡатлы ябайлыҡ түгел, киреһенсә, бәҫле, баһалы. Татыр-Үҙәк ауылынан Гөлназ Тимербаева тап шундай сифаттарға эйә.

Бар булмышынан алсаҡлыҡ, һәр ғәмәленән ихласлыҡ, дәрт-дарман бөркөлгән кешеләр гел иғтибар үҙәгендә. Улар башҡалар менән бер тартыныуһыҙ иркен аралаша, бар ерҙә лә үҙ һәм яҡын. Ябай тиҙәр ундайҙар хаҡында. Әммә был бер ҡатлы ябайлыҡ түгел, киреһенсә, бәҫле, баһалы. Татыр-Үҙәк ауылынан Гөлназ Тимербаева тап шундай сифаттарға эйә.
Был мөләйем ханым Әбйәлил районы хозур тәбиғәтле Ишкелде ауылында, юғары белемле уҡытыусы һәм оҫта гармунсы Зөлфәр һәм Фәрзәнә Дәүләтшиндар ғаиләһендә, Көрәк, Сума йылғаларын кисеп, Оло ҡыҙыл йылғаһында һыу инеп рәхәтләнеп буй еткерә. Бәләкәйҙән ул шулай шуҡ, шаян, егәрле була.
-Бала саҡтан эшләп үҫтек, көйәнтәләп һыу ташыныҡ, утын алып инеп яғаһың. Мал ҡарайһың. Ата-әсә бәләкәйҙән хеҙмәт яратырға өйрәтте,-тип һүҙ башланы Гөлназ бала сағын иҫкә төшөрөп. -Башланғыс мәктәпте Ишкелделә тамамлап, артабан Буранғол мәктәбенә 4 йыл 10 саҡрым алыҫлыҡты йөрөп уҡыным. Әле иҫләһәм ҡурҡып китәм, сөнки ҡыш көндәре хатта юлда бүреләр олоғанын ишетә инек. Хәҙерге ваҡытта ундай алыҫлыҡҡа йәйәү балаларымды ебәрмәҫ тә инем,-тип һүҙ башланы Гөлназ.
Тырыш ҡыҙ артабан Сибай гимназия интернатына уҡырға бара. Уҡыу йортон тик “бишле” билдәләренә генә тамамлап, ҡулына аттестат ала.
-Бәләкәй саҡтан ҡағыҙ ҡырҡып, аҡса менән магазинда һатыусы булам тип уйнай торған инем. Бәлки шул теләгемдер, бәлки язмыш ҡушыуы буйынсалыр Сибай ҡалаһынан ары китмәй, мәктәптән һуң Сибай сауҙа иҡтисад колледжында, бухгалтер иҫәпсе һөнәренә уҡырға индем,-ти мәҡәләм геройы.
Колледжа уҡып йөрөгәндә Гөлназ буласаҡ ирен осратып, ике йыл матур итеп дуҫлашып, Хәйбуллаға килен булып төшә. Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп 2004 йылда улдары Руслан тыуа. Бөгөнгө көндә ул Өфө дәүләт техник-авиация техникумы студенты. Артабан мөхәббәт емеше булып ҡыҙҙары Алтынай донъяға килә. Хәҙерге ваҡытта ул йырлай ҙа, бейей ҙә, белемгә лә ынтылыусан. Әсәһенә иптәш, өй эштәрендә уң ҡулы.
Хеҙмәт юлын Гөлназ Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында талондар буйынса белгес булып башлана. Артабан үҙ һөнәре буйынса күп ерҙәрҙә баш бухгалтер булып эшләй.
-Тормошома зарланмайым, күп ерҙәрҙә эшләргә тура килде. Һәр ерҙә лә үҙемә йөкмәтелгән бурысты уңышлы башҡарҙым. Декрет ялында ла тик ултырмайым, өйҙән халыҡҡа электрон ОСАГО эшләп бирәм.
Колледж белеме менән генә туҡталып ҡалманым. Заманына күрә яңы һөнәрҙәр килеп сығып тора. Бөтәһен дә белге, эшләп ҡарағы килә. Ике юғары белемгә эйә булды, Финанс менеджеры һәм башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһы буйынса ике юғары белемгә эйә булдым.
Мәҙәниәт өлкәһендә лә эшләп киттем. Сәнғәткә һөйөү-ул һәр ғаиләлә лә булырға тейештер ул тием. Сөнки әсәйеңдең көйләп-көйләп тамаҡ бешереүе, атайҙың гармунда уйнап ебәреүе беҙҙең башҡа һеңеп үҫкән. Үҙебеҙгә оҡшап балалар ҙа музыка яраталар. Улыбыҙ ҡурай, ҡыҙыбыҙ бейеү буйынса ҡулында танытмаһы бар. Ирем дә гитарала оҫта уйнай. “Гөлләмә” район ҡатын-ҡыҙҙар вокалы ағзаһымын. Шулай уҡ “Сиҙәм” бейеү ансамбленең өлкәндәр составына ла теләп йөрөйөм,-ти ул ғаиләһе тураһында һөйләп.
2013 йылда йәш ғаиләлә тағы бер ҡыҙ донъяға килә һәм ике йылдан Тимербаевтар дәүләт ярҙамы менән ике ҡатлы йорт һалып инәләр. Әйткәндәй, мәҡәләне әҙерләгән саҡта, Гөлназ дүртенсе тапҡыр әсәй булды. Тимербаевтарҙы ҡотлайбыҙ, сабыйҙың һау-сәләмәт булып үҫеүен телйәбеҙ.
Донъяһы ҡотло Гөлназдың, һәр нәмә үҙ урынында, зауыҡ та, йылылыҡ та бар. Ғаилә ағзаларының һәр береһе уға ғына ҡарап торған кеүек, сөнки уның ихласлығы, күңел йылыһы барыһына ла етә. Иптәше Илгиз “Бүребай тау байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтендә уңышлы эшләп йөрөй. Гөлназ Бүребай мәктәбе ашханаһында балаларҙы туҡландырыу буйынса белгес эшләп йөрөй.
-Ҡатын ҡыҙ үҙ өҫтөндә ғүмер буйы эшләргә, ҡарарға тейеш. Ул ике, ул 20, ул 50, ул 90 йәш булһынмы-ҡатын-ҡыҙ кеше һәр ваҡыт бөхтә, матур булырға тейеш. Эпедемия ваҡытында ҡыҙым маникюр мастерына уҡып алды, ә мин НЛ компанияһы продукцияһы менән шөғөлләнә башланым. Сөнки ул косметика организмдың күҙәнәктәрен тулыландыра, сәләмәтлек, энергия бирә, йәшертә, иммунитетты нығыта,- ти үҙенең яратҡан эше тураһында.
Күп балалы йәш әсә йәмғиәттә барған бер хәрәкәттән дә ситтә ҡала алмай, ти Гөлназ, сөнки уларҙың һәр береһе ғаилә тормошона туранан-тура ҡағыла. Ғаиләһе менән төрлө район, республика кимәлендә үткән конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар.
-8 март уңайынан Әсәйемде, ҡәйнәмде, оло ҡәйнәмде, ҡыҙҙарымды Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө ҡотлайым. Тәбиғәт уянған мәлгә тап килгән байрам тик яҡты иҫтәлектәр генә ҡалдырһын. Яҙғы ҡояш нурҙары һәм Һеҙҙең яғымлы йылмайыуығыҙ менән яҡтыртылған был көндө һәр саҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ. Сөнки ул Һеҙҙе, гүзәл заттарҙы, ололау, айырыуса иғтибар күрһәткән көн,-ти Гөлназ Тимербаева.
Гүзәл Бохарбаева.
Читайте нас: