Бар булмышынан алсаҡлыҡ, һәр ғәмәленән ихласлыҡ, дәрт-дарман бөркөлгән кешеләр гел иғтибар үҙәгендә. Улар башҡалар менән бер тартыныуһыҙ иркен аралаша, бар ерҙә лә үҙ һәм яҡын. Ябай тиҙәр ундайҙар хаҡында. Әммә был бер ҡатлы ябайлыҡ түгел, киреһенсә, бәҫле, баһалы. Татыр-Үҙәк ауылынан Гөлназ Тимербаева тап шундай сифаттарға эйә.
Был мөләйем ханым Әбйәлил районының хозур тәбиғәтле Ишкилде ауылында, юғары белемле уҡытыусы һәм оҫта гармунсы Зөлфәр менән Фәрзәнә Дәүләтшиндар ғаиләһендә, Көрәк, Сума йылғаларын кисеп, Оло Ҡыҙыл йылғаһында һыу инеп буй еткерә. Бәләкәйҙән ул шулай шуҡ, шаян, егәрле була.
– Бала саҡтан эшләп үҫтек, көйәнтәләп һыу ташыныҡ, утын алып инеп яҡтыҡ. Ата-әсәйем бәләкәйҙән хеҙмәт яратырға өйрәтте. Башланғыс мәктәпте Ишкилделә тамамлап, артабан Буранғол мәктәбенә 4 йыл 10 саҡрым араны йөрөп уҡыным. Әле иҫләһәм, ҡурҡып китәм, сөнки ҡыш көндәре хатта юлда бүреләр олғанын ишетә инек. Хәҙерге ваҡытта ундай алыҫлыҡҡа балаларымды йәйәү ебәрмәҫ инем, – тип һүҙ башланы Гөлназ.
Тырыш ҡыҙ артабан Сибай гимназия-интернатына уҡырға бара. Уҡыу йортон тик "бишле" билдәләренә генә тамамлап, ҡулына аттестат ала.
– Бәләкәй саҡта ҡағыҙ ҡырҡып, аҡса эшләп, магазинда һатыусы булам тип уйнай инем. Бәлки шул теләгемдер йәки яҙмыш ҡушыуы буйынсалыр, мәктәптән һуң Сибай сауҙа-иҡтисад колледжына, бухгалтер-иҫәпсе һөнәренә уҡырға индем, – ти мәҡәләм геройы.
Колледжда уҡып йөрөгәндә Гөлназ буласаҡ ирен осратып, ике йыл дуҫлашҡандан һуң, Хәйбуллаға килен булып төшә. Йәш ғаиләгә шатлыҡ өҫтәп, улдары Руслан тыуа. Бөгөнгө көндә ул Өфө дәүләт техник-авиация техникумы студенты. Артабан мөхәббәт емеше булып, ҡыҙҙары Алтынай донъяға килә. Хәҙерге ваҡытта ул йырлай ҙа, бейей ҙә, яҡшы уҡый ҙа. Әсәһенә ярҙамсы, өй эштәрендә уң ҡулы.
Хеҙмәт юлын Гөлназ Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында талондар буйынса белгес булып башлай. Артабан үҙ һөнәре буйынса бер нисә ойошмала баш бухгалтер булып эшләй.
–Тормошома зарланмайым, күп урындарҙа эшләргә тура килде. Һәр ерҙә лә үҙемә йөкмәтелгән бурысты уңышлы башҡарҙым. Декрет ялында ла тик ултырмайым, өйҙән халыҡҡа электрон ОСАГО эшләп бирәм.
Колледж белеме менән генә туҡталып ҡалманым. Заманына күрә яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Бөтәһен дә белергә, эшләп ҡарарға теләк бар. Финанс менеджеры һәм башҡорт, рус теле уҡытыусыһы һөнәрҙәрен үҙләштереп, ике юғары белемгә эйә булдым.
Мәҙәниәт өлкәһендә лә эшләнем. Сәнғәткә һөйөү – ул һәр ғаиләлә лә булырға тейештер ул. Сөнки әсәйҙең көйләп тамаҡ бешереүен, атайҙың гармунда уйнауын күреп үҫтек. Үҙебеҙгә оҡшап балаларыбыҙ ҙа музыка яраталар. Улыбыҙҙың ҡурай, ҡыҙыбыҙҙың бейеү буйынса ҡулында танытмаһы бар. Ирем дә гитарала оҫта уйнай. “Гөлләмә” район ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле ағзаһымын. Шулай уҡ “Сиҙәм” бейеү ансамбленең өлкәндәр составына ла теләп йөрөйөм, – ти ул.
2013 йылда йәш ғаиләлә тағы бер ҡыҙ бала донъяға килә һәм ике йылдан Тимербаевтар дәүләт ярҙамы менән ике ҡатлы йорт һалып инәләр. Әйткәндәй, мәҡәләне әҙерләгән саҡта, Гөлназ дүртенсегә әсәй булды. Тимербаевтарҙы ҡотлайбыҙ, сабыйҙың һау-сәләмәт булып үҫеүен теләйбеҙ.
Донъяһы ҡотло Гөлназдың, һәр нәмә үҙ урынында, зауыҡ та, йылылыҡ та бар. Ғаилә ағзаларының һәр береһе уға ғына ҡарап торған кеүек, сөнки уның ихласлығы, күңел йылыһы барыһына ла етә. Тормош иптәше Илгиз “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтендә уңышлы эшләй. Гөлназ Бүребай мәктәбендә балаларҙы туҡландырыу буйынса белгес.
–Ҡатын-ҡыҙ үҙ өҫтөндә ғүмер буйы эшләргә тейеш. 20, 50, 90 йәш булһынмы, гүзәл заттың һәр ваҡыт бөхтә, матур булыуы мөһим. Эпидемия ваҡытында ҡыҙым маникюр мастерына уҡып алды, ә мин НЛ компанияһы продукцияһы менән шөғөлләнә башланым. Сөнки был косметика организмдың күҙәнәктәрен тулыландыра, сәләмәтлек, энергия бирә, йәшәртә, иммунитетты нығыта, – ти Гөлназ яратҡан эше тураһында.
Күп балалы әсә йәмғиәттә барған бер ваҡиғанан да тиерлек ситтә ҡала алмай. Ғаиләһе менән төрлө район, республика кимәлендә үткән конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар.
– 8 март байрамы айҡанлы әсәйемде, ҡәйнәмде, оло ҡәйнәмде, ҡыҙҙарымды Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым. Тәбиғәт уянған мәлгә тап килгән байрам һәр кемгә тик яҡты иҫтәлектәр генә ҡалдырһын. Яҙғы ҡояш нурҙары һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың яғымлы йылмайыуы менән яҡтыртылған был көндө һәр саҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ. Сөнки ул беҙҙе, гүзәл заттарҙы, хөрмәтләү, айырыуса иғтибар күрһәткән көн, – ти Гөлназ Тимербаева.