Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
26 Февраль 2021, 17:55

Һәр атҡан таңға ҡыуана

Урыҫбай ауылынан Венера Байғабулова күркәм юбилейын ҡаршылай

Тормош юлында бай тәжрибәһе туплаған, үҙ пары менән тәүфиҡлы балалар үҫтереп, әле ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыуаныстарын татыған, бәрәкәтле донъя ҡороп, бәхет эсендә йәшәүсе өлгөлө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һоҡланыу уята. Киң күңелле, эскерһеҙ, күркәм холҡло Венера Ҡотлоғәфәр ҡыҙы ла шундайҙарҙың береһе.
Ул 1961 йылда хозур тәбиғәтле Урыҫбай ауылында яҙҙың тәүге көнөндә Ҡотлоғәфәр һәм Рәхимә Ҡунысбаевтар ғаиләһендә донъяға килгән. Әйткәндәй, уның атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ҡотлоғәфәр Фазылғәфәр улы II һәм III дәрәжәләге Дан ордены кавалеры. Венера апай Ғәлиәхмәт мәктәбендә 10-сы класты тамамлағас, Йылайыр һөнәрселек училищеһында һатыусы һөнәрен үҙләштерә. Бер йыл Аҡъяр аэропортында буфетта эшләгәс, Урыҫбайға ҡайтып, магазинда һатыусы булып хеҙмәт юлын дауам итә.
Хеҙмәт ветераны Венера Байғабулова 30 йыл сауҙа өлкәһендә намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыға. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте хаҡында “Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһы” билдәһе, Рәсәй ҡулланыусылар йәмғиәтенең үҙәк союзы Почет грамотаһы һөйләй.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 17-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: