Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
26 Февраль 2021, 22:06

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе билдәләнә

Хәйбулла районынан Рәсембәтовтар ғаиләһенә тауыш бирәйек https://vk.com/app7198399_-104965500?ref=snippet_post#poll6033d3ce2a26b08c7b317414

Йылдағыса, яҙҙың беренсе көнөндә, 1 мартта, Стәрлетамаҡ ҡалаһында өлгөлө ғаилә билдәләнәсәк – ошо исем аҫтындағы асыҡ республика бәйгеһенә йомғаҡ яһаласаҡ. Сара “Етегән” республика башҡорт байрамы – Мөхәббәт, ғаилә һәм тоғролоҡ көнөнә ярашлы үтә.
Баһалама ағзалары ҡатнашыусыларҙы “Ғаилә ҡиммәттәре”, “Ғаилә оҫталығы”, “Ғаилә ижады” номинацияларында баһалаясаҡ.
Проекттың финал өлөшөндә Саҡмағош, Салауат, Хәйбулла, Миәкә, Учалы, Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Ырымбур, Өфө тарафтарынан йыйылған ғаиләләр ҡатнаша.
Был ижади ярыш үткән йылда башланып, уның һайлап алыу туры Башҡортостандың ете район-ҡалаһында һәм Рәсәйҙең ике төбәгендә үтте. Конкурста башҡорт телендә һөйләшкән, законлы никахта торған, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төбәктәрендә йәшәгән, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең ҡатнашыуы шарт ине.
“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” сараһы Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы ярҙамында үтә. Уның төп маҡсаты – республикала һәм унан ситтәге төбәктәрҙә башҡорт мәҙәниәтен, башҡорт телен, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләләрҙе табыу.
Фотола: Хәйбулла районынан Рәсембәтовтар ғаиләһе.
Автор: Айгөл Йәмилева
Читайте нас: