Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
26 Февраль 2021, 10:48

БҮЛМӘ ГӨЛДӘРЕ ХАҠЫНДА

/

Хәҙер өйҙә ниндәй генә гөлдәр үҫтермәйҙәр - күҙҙең яуын алырлыҡ! Уларға ҡарата төрлө ырым-ышаныуҙар барлығын бараһы ла беләме икән?
Бергәләп барлап сығайыҡ әле.
Абаға (ҡаҙаяҡ) - кәрт һәм ҡомарлы уйындарҙа уңыш килтерә.

Фикус - эш урынында йыйылған кире энергияны таҙарта.

Розан (гибискус) - ыңғай энергетика булдыра, һаулыҡты нығыта.

Сырмауыҡ, үрмәле гөл (плющ) - өйҙә ирҙәр булғанын яратмай, парҙар айырылыша, еткән егеттәр йорттан күсеп китә.

Яран гөлө - тынғыһыҙ ваҡытта, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә тынысландыра, себендәрҙе "һыйҙырмай", яман көстәрҙе ҡыуа, агрессияны кәметә.

Толстянка («аҡса гөлө») - муллыҡ килтерә. Әгәр япраҡтары ваҡ икән - тинлек аҡсаға, эре булһа - ҙур суммаға. Уның сәскә атыуы һирәк күренеш. Әгәр һеҙгә был бәхет тәтей икән - тиҙ арала байырһығыҙ.

Алоэ - бәхетһеҙ осраҡтан һаҡлай.

Фиалка - төрлө ауырыуҙарҙан ҡурсалай. Уны "тәрбиәсе гөл" тип тә йөрөтәләр, сөнки балаларҙы ярата.

Кактустарҙы телевизор, компьютер янына ултыртып ҡуйыу кәңәш ителә. Сөнки ул электромагнит нурҙарынан һаҡлай. Энәләре ни хәтлем оҙон булһа, шул хәтлем күберәк нурҙарҙы эләктерә, тигән ышаныс йәшәй. Кактусты тәҙрә төбөнә урынлаштыр-һағыҙ, йортоғоҙҙо бурҙарҙан ҡурсалар, тип тә әйтәләр.

Фикус гөлө - бәхеткә. Уның тылсымлы көсө барлығына ышаналар. Ул кире эмоцияларҙан ҡотолдороп, оҙаҡҡа һуҙылған бәхәсте сисергә ярҙам итә, кешеләрҙе борсолоуҙан, тынғыһыҙлыҡтан һаҡлай.
Шундай ышаныу ҙа йәшәй: "Балалары булмаған ғаиләлә фикус гөлө үҫтер-һәләр, сабыйҙары тыуыр". Фикусты аш-һыу бүлмәһендә урынлаштырһаң, аҙыҡ тың муллығына, йоҡо бүлмәһендә тотоу - тыныслыҡҡа, тиҙәр.
Һәр кем үҙенең күңеленә яҡын гөлдө үҫтерә ғәҙәттә. Шуға ла ырым-ышаныуҙар ҡайһы ваҡыт урынһыҙ, тиергә лә була.
Гюзель Латипова.
https://yaikrb.rbsmi.ru/news/B-lm-g-ld-re-ha-inda-691234/
Читайте нас: