Был сибәр, ыҫпай Наилә исемле ҡатын йәш кенә сағынан бер ир менән танышып, уға ғашиҡ булған. Байтаҡ йөрөп, ауырға ҡалғас, уныһының ғаиләле икәнен белгән.
Ир "һине генә яратам, ҡатынымдан китәм" тип йөрөй торғас, ваҡыт үтеп, ҡыҙы тыуған.Әммә һөйгәне һаман уны ла, ғаиләһен дә ташламай, ике арала йөрөй. Ярай әле бәпескә таныҡлыҡ алғанда "атаһы" тигән графаға исемен яҙҙырырға рөхсәт иткән. Ҡыҙ туғандарына кейәүгә сыҡтым тиһә лә, ошоға тиклем бер ҙә ата-әсәһе (хәҙер атаһы гүр эйәһе) кейәүҙәрен өйҙәрендә күргәндәре юҡ, ышандырыр өсөн теге ир килгәндә видеобәйләнеш аша бергә ултырып һөйләшкән булалар.
"Иң ҡыйыны – уны берәүгә лә күрһәтә алмайым, – тип күҙ йәштәре аша һөйләй Наилә. – Аҡ күлдәк кейеп, туй үткәреп кейәүгә сыҡҡан йәштәргә шул ҡәҙәр көнләшеп ҡарайым (йәш саҡта шуныһы ныҡ мөһим һымаҡ бит ул), шул саҡта үҙемдең иҫәрлегемә йәнем көйә. Кисерештәремде аңламағандар минән көнләшәлер инде, сөнки насар йәшәмәйем. Бөтә сығымды үҙе күтәрә, ҡыҙымдың киләсәге өсөн дә борсолмайым, уға айырым иҫәп асылған. Миңә лә институтты тамамларға ярҙам итте, үҙ эшемде асып бирҙе, фатир ҙа алышты.
Ҡатыны бер нәмә лә белмәй ти, уны ла, ике малайын да, тимәк, яҡшы ҡарай. Тик урамға сыҡһам,йә берәй ергә барһам, парлыларҙы күреп эсем боша, театр, концертҡа ҡыҙымды етәкләп йөрөйөм, ҡунаҡтарға бармаҫҡа, үҙем дә саҡырмаҫҡа тырышам, күрше-тирә менән аралашмайым. Ғаиләле кешеләрҙең фатирһыҙ, аҡса еткерә алмай йөрөгәндәрен күрһәм, был яҡтан өҫтөнлөгөмдө аңлап, тағы үҙемде тынысландырам.
Хәҙер үҙем дә ошо еңел тормошҡа өйрәнгәнмен, ир ҙә "һаман яратам" тип ышандыра белә. Хәҙерге тормошом шундай. Әле ҡыҙыма йыуанып йәшәйем дә ул, тик ваҡыт тиҙ үтә, ул ҙурайып кейәүгә сығып китһә, йә булмаһа, килеп кенә йөрөүсе атаһына берәй нәмә булһа (Алла һаҡлаһын, әлбиттә), артабан нисек йәшәрмен, кемгә кәрәгермен тигән шомло уйҙар ҙа инә башҡа. Хәҙерге аҡылым булһа, тормош ҡороуға еңел-елпе ҡарамаҫ инем дә бит…"
Фото: goodfon.ru