Ҡыштың һуңғы көндәре үҙенең көсөн күрһәтеп ҡалырға ашыға. Әсе һыуыҡ ел, буран, ҡар өйөмдәре, һауа температураһының ҡырҡа төшөүе өс көн ял көндәренә тура килде. Бындай һыуыҡта йүнле кеше этен дә тышҡа сығармай тиҙәр ҙә бит. Әммә һауа торошона ҡарамай, үҙ сәләмәтлеген һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, юлға сығыусылар ҙа бар. Һәр кемдең быға үҙ сәбәбе бар инде. Шулай ҙа бындай аномаль һыуыҡта, буранда өйҙә ҡалыу күпкә яҡшыраҡ.
Әйткәндәй, насар һауа шарттарын Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә телгә алды.
"Башҡортостандың ҡырыҫ холоҡло ҡышы бирешергә теләмәй, яңынан-яңы һынау ҡуя. Бер нисә көн инде ҡаты һалҡындар дауам итә, ә юлда, айырыуса республиканың көньяғында, Урал аръяғында күҙ асҡыһыҙ буран ҡотора. Бындай шарттарҙа иғтибарлы булып, тиҙлек тәртибен үтәмәһәң, юл билдәләре, камералар, светофорҙар ҡуйылған яҡшы трассалар ҙа хәүефле", – тип яҙҙы ул.
Көслө ел, буран сәбәпле төбәктәге юлдарҙа бер нисә юл фажиғәһе теркәлгән. Атап әйткәндә, 23 февралдә Ауырғазы районында Өфө – Ырымбур юлында 39 машина бәрелешкән. Был һәләкәттә ун кеше, шул иҫәптән ике бала имгәнгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм юл хеҙмәттәре белгестәре уларҙың барыһына ла тейешле ярҙам күрһәткән.
Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарындағы юлдарҙың айырым участкалары ябылған. Шул иҫәпкә Аҡъяр-Сибай юлы ла индерелде. Хәлгә даими мониторинг үткәрелә.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та хәйбуллаларға һәм район ҡунаҡтарына Бәйләнештә төркөмөндәге үҙ сәхифәһендә һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы менән бәйле, водителдәргә лә, йәйәүлеләргә лә иғтибарлы булыуҙарын, юлдарҙа тиҙлек режимын һәм дистанция һаҡлауҙарын һорап мөрәжәғәт итте. “Иң яҡшыһы, алыҫ юлға сығыуҙы кисектереп тороғоҙ. Бигерәк тә төнгө осорҙа һаҡ булығыҙ. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар ауыр хәлдә ҡалғанда 112 телефоны буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала”,--тип яҙҙы ул.
Рөстәм Шәрипов бөгөн район учреждениелары һәм ойошмалары менән оператив кәңәшмәлә ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле районда юл хеҙмәттәренең эшен көсәйтергә ҡушты.
Әлбиттә, ел үтәнән –үтә өргән асыҡ дала ерендә юлдарҙы асыу ҡатмарлы, ҡар ҙа ауыр. Әммә район юл ремонтлау һәм төҙөү идаралығы эшселәре иртәнге сәғәт 5-тән эш башланы. Район юлдарында К-700 һәм грейдерҙар эшләй. Аҡъяр ауылы урамдарында, яңы микрорайондарҙа юлдар таҙартыла.