Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Февраль 2021, 11:40

"Их, бөгөн эсмәй генә ҡайтһын ине..."

/

Күршеләрҙән уйнап ҡайтып ингән алты йәшлек Гөлназ бөгөн ҡапыл: “Әсәй, әйҙә, атайҙан айырылайыҡ!” – тип шаҡ ҡатырҙы.

- Нишләп, балам? Атайһыҙ ҡыйын булыр бит...

- Юҡ, ана Сәлимәләрҙә ғәләмәт рәхәт. Атаһы булмағас, шауламағыҙ, тип әрләүсе лә, араҡы эсеүсе лә юҡ.

- Эй, ҡыҙым... Атайың бит гел генә араҡы эсеп йөрөмәй.

- Эсһә, ул мине яратмай, “башымды ҡатырма” ти. Һине лә яратмай, яратһа, “араҡы тап!” тип һыуыҡ төндә ҡыуып сығарып ебәрмәҫ ине.

- Эй, бәләкәсем, аҙ ғына үҫһәң, аңларһың әле... Атайың һине үҙенсә ярата ул. Ана бит, ниндәй матур велосипед алып ҡайтҡан, район үҙәгендә өй башы япҡандан һуң.

- Эйе шул. Эсмәһә, мин дә уны яратам. Сәпитемде лә, - тип тәтелдәп, зал уртаһында торған велосипедына атланды ҡыҙ, “Әсәй, нисә көндән яҙ етә? Ҡасан ғына сәпитемде тышҡа сығарам инде”, – тип уйынға әүрәп китте. Ә Гөлзифа эше менән булды, тик бәләкәс ҡыҙының һүҙҙәре ҡабат-ҡабат яңғырағандай, тынғылыҡ бирмәне...

Айырылып ни генә ҡылһын инде Гөлзифа. Барыр ере, батыр күле юҡ тигәндәй. Ата-әсәһе күптән гүр эйәһе, тыуған йортонда ҡустыһы ғаиләһе менән йәшәй. Ана күрше Сәриә, “эскән, көнләшкән ир менән йәшәмәйем” тип, биш йәшлек Сәлимәһен алып, ата-әсәһе янына ҡайтты ла төштө. Ҡыҙын бында ҡалдырып, Себер яғына эшкә йыйына, Гөлзифаны ла өгөтләй. “Эскән ир менән ыҙалап йәшәмә, аҡса эшләп, аҙыраҡ күҙең асылыр”, - ти.

Юҡтыр, тәүәккәлләй алмаҫтыр Гөлзифа. Бәләкәй Гөлназын кемгә ҡалдырыр? Студент улы, мәктәп-интернатта уҡыған ҡыҙы кемгә күҙ төбәп ҡайтыр? Эскән иргә йортто, мал-тыуарҙы ышанып ҡалдырып булыр тиһеңме?

“Ярай, бер мин генә улай йәшәмәйем әле. Эсмәгән сағында, унда-бында ҡалымға йөрөп, аҡса ла эшләп ала. Утынын да, бесәнен дә йүнләй. Тик шул эскелеге генә инде... Эй, Хоҙайым, бөгөн ҡалымдан эсмәй генә ҡайтһын ине”, - тип теләй-теләй ҡатын киске аш әҙерләргә тотондо...

Фото: zen.yandex.ru

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ih-b-g-n-esm-y-gen--ayt-in-ine-689914/
Читайте нас: