Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Февраль 2021, 11:49

ҠАБАҠ ОРЛОҒОНОҢ КӨСӨ НИҘӘ?

/

Ҡабаҡ орлоғо магнийға бай. Ул йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, холестеринды кәметә. Гипертониянан яфаланғандарға ла килешә.
Табиптар билдәләүенсә, ҡабаҡ орлоғо айырыуса ир-ат һаулығы өсөн файҙалы. Көс-ҡеүәтте юғалтмаҫ өсөн көн һайын 50-60 грамм ҡабаҡ орлоғо ашарға тәҡдим ителә.

Иң файҙалыһы – ҡыҙҙырылмаған, ҡояшта киптерелгәне. Ҡыҙҙырғанда емештең күп файҙалы үҙенсәлектәре юғала. Уны яҡшылап сәйнәргә кәрәк, юғиһә насар үҙләштерелә. Шулай ҙа көнөнә 100 грамдан күберәк ашарға ярамай.
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/common_material/aba-orlo-ono-k-s-ni-689892/
Читайте нас: