Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
21 Февраль 2021, 02:16

Ысын һалдаттармы ни!

1-се һәм 2-се Аҡъяр мәктәптәренең “Бөркөт” һәм “Витяздар” хәрби-патриотик командалары илһөйәрлек конкурсында ҡатнашты //

Йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында район патриотик конкурсы үтте. Унда “Бөркөт” һәм “Витяздар” командалары физик көс, тапҡырлыҡ һәм ныҡышмалыҡ сифаттарын асып һалды. Был көндө егеттәр үҙҙәрен ысын һалдат итеп тойҙо.
Беренсе конкурс, сафтарға теҙелеү һәм хәрби йыр юғары кимәлдә үтте. Артабан командалар автоматты йыйып-һүтеү, ҡулдарҙа ерҙән күтәрелеү, гер күтәреү, пневматик винтовканан атыу кеүек һынауҙарҙы ла еңел үтәне. Йәш армеецтарға ДОСААФ бинаһы буйынса экскурсия, десантниктар парашюты бик оҡшаны.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса командалар бер үк кимәлдә балл йыйҙы. Тимәк, дуҫлыҡ еңде.
Читайте нас: